Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИМОН

Просмотров: 1685

ЛИМОН (Citrus limon), рут һымаҡтар ғаиләһенең цитрус төркөмөнә ҡараған мәңге йәшел ағас. Тыуған ере – Көньяҡ-Көнсығыш Азия. Ҡырағай рәүештә осрамай. Тропикта һәм субтропикта үҫтерелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында һәм ябыҡ грунтта үҫтерәләр. Бейеклеге 7 м тиклем. Сатыры тармаҡланған, яҡшы япраҡланған, ботағы сәнскеле. Япрағы тиресәле, оҙонса‑ланцет йәки оҙонса‑йомортҡа формаһында, осона ҡарай тарайған, ваҡ киртләсле, йөнтәҫ түгел, ялтыр, эфир майҙары булған һауыттары бар. Сәскәһе ике енесле, аҡ төҫтә, хуш еҫле, ҡыҫҡа сәскә һаптарында, яңғыҙар, парлы йәки ҙур булмаған суҡтарҙа урынлашҡан. Йылына 3 тапҡыр сәскә ата. Емеше – күп оялы осло эллипс рәүешендәге һары еләк, ауырлығы 400 г тиклем; күпләп окт.—мартта, яңғыҙар емештәре – йыл әйләнәһенә өлгөрә. Емешенең составында (%): к‑та (башлыса лимон к‑таһы) — 3,5—8,1, шәкәр — 1,9—3,0, С витамины — 36—80 мг%, В һәм Р витаминдары, пектиндар, тимер, кальций, фосфор һ.б.

Йылылыҡ, яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Ялғау, һабаҡсалар һәм үҫентеләр ярҙамында үрсетәләр. Вегетатив юл м‑н үрсегәндә 3—4‑се йылына емеш бирә. Яҙ көнө ултырталар. Ябыҡ грунтта үҫемлектәр араһы — 2,5 м һәм рәт араһы 3 м була. Үҫемлектең артыҡ үренделәрен ҡырҡып ташлайҙар, ныҡ үҫкәндәрен ҡыҫҡарталар. Емешен яңы йыйылған килеш һәм эшкәртеп ҡулланалар, медицинала файҙаланалар. Уңдырышлылығы 220—250 ц/га тәшкил итә (2010—12), Уҡытыу‑тәжрибә хужалығында үҫтерәләр, унда 1990 й. алып Л. сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләүб‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ф.В.Садиҡова). БР һәм РФ б‑са Лейсан, Салават, Ташкент, Урман һ.б. сорттар ҡулланылышҡа индерелгән.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2024