Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРҒӘЛИЕВА Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы

Просмотров: 996

ТИМЕРҒӘЛИЕВА Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (24.5.1949, БАССР‑ҙың Борай районы Ҡотлояр а. — 14.9.2020, Ҡазан ҡ.), йырсы. ТАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡаҙанған (1987) артисы, БР‑ҙың халыҡ артисы (2020). Башҡ. республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971). 1976–98 йй. Тат. филармонияһының солист-вокалисы. Көслө үҙенсәлекле тауышҡа эйә ине. Башҡарыу манераһына халыҡ йырҙары традицияларына эйәреү, хислелек, тәьҫирлелек хас. Репертуарында тат. халыҡ йырҙары, ш. иҫ. һирәк башҡарылған йырҙар, шулай уҡ тат. (Ф.М.Хәтипов, Ф.А.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б.) һәм башҡ. (З.Ғ.Исмәғилев, А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов һ.б.) композиторҙары әҫәрҙәре. Мәскәү ҡ. ТАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша (1984). СССР, Рәсәй, Болгария, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө ҡ., 1971), “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан ҡ., 2013) лауреаты.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023