Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫР

Просмотров: 2029

ЙЫР, шиғри‑муз. сәнғәт төрө; вокаль музыканың киң таралған жанры. Куплет‑строфа формаһы, музыка ҡоралының ҡушылыуының, образдар кәүҙәләнешенең дөйөмләштерелеүе, композицияның теүәллеге һәм мелодиканың моңлолоғо Й. типологик билдәләре булып тора. Халыҡ (ҡара: Халыҡ музыкаһы) һәм проф. Й.; хикәйәләү тибы б‑са — эпик‑лирик, лирик; функциональ үҙенсәлектәре б‑са – йола, йоланыҡы булмаған; хронологияһы б‑са – фольклор, совет осоро, хәҙ. заман Й.; тематикаһы б‑са — патриотик, тарихи [Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75), Салауат Юлаев, Ватан һуғышы (1812), кантон башлыҡтары, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте], лирик, соц.-көнкүреш, шаян Й.; муз.‑стиль үҙенсәлектәре б‑са – ҡыҫҡа көй, һалмаҡ көй, оҙон көй; башҡарыусылар составы һәм фактураһы б‑са музыка ҡоралдарына ҡушылып йәки уларһыҙ, яңғыҙ һәм хор м‑н башҡарылған, бер тауышлы һәм күп тауышлы Й. айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда Й. формалашыуы 20 б. 20—30‑сы йй. комп. М.М.Вәлиев, С.Ғәбәши, Х.К.Ибраһимов, К.Й.Рәхимов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов эшмәкәрлегенә бәйле. Был осорҙа башҡ. халыҡ йырҙарының төрлө йыр жанрҙарын совет масса Й. стиле м‑н синтезлау, атап әйткәндә, кварта башланғысы, пунктир ритм һәм декламациялылыҡ, яңғыҙ башлау һәм хор ҡушымтаһы хас булған марш Й. м‑н берләштереү һөҙөмтәһе булараҡ байтаҡ башҡ. масса йырҙары ижад ителә (Р.Ниғмәти шиғырына З.Ғ.Исмәғилевтең “Дан һиңә, Башҡортостан!”, Ғ.Әмири шиғырына Х.Ф.Әхмәтовтың “Комсомол йыры”). 40‑сы йй. аҙ. башҡ. музыкаһы вальс м‑н тулылана, был – Й.‑вальс (Р.С.Янбулатова шиғырына Әхмәтовтың “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”, А.Х.Ғабдрахмановтың үҙенең шиғырына “Төнгө серенада” йырҙары) жанр төрөнөң барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. 50‑се йй. аҙ. эстрада Й. үҫеше комп. Б.М.Ғайсин, Н.Ғәлиев, Т.Ш.Кәримов ижадына бәйле (ҡара: Эстрада музыкаһы). 60‑сы йй. комп. йыр циклдарына мөрәжәғәт итә (Р.В.Сәлмәнов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин, Әхмәтовтың Й. циклдары). Артабан Й. Ш.Ш.Ибраһимов, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Сәлмәнов, 70—80‑се йй. Ғабдрахманов, М.М.Ғиләжев, Р.Х.Ғәзизов, Ә.С.Дауытов, Н.Ә.Дауытов, А.М.Ҡобағошов, Н.А.Мөстәҡимов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Хәсәнов, Т.М.Шәрипов ижадында үҫеш ала. 90‑сы йй. алып концерт тибындағы Й. барлыҡҡа килә (Д.Х.Булгакова шиғырҙарына Н.Ә.Дауытовтың “Ҡыр ҡаҙҙары” һәм Низаметдиновтың “Ғашиҡ бул!”, У.К.Кинйәбулатов шиғырына А.Т. Кәримовтың “Ромашка”, Р.Б. Әхмәҙиев шиғырына Ҡобағошовтың “Мөхәббәтеңә ышанам”). 20 б. аҙ. алып Башҡортостанда Й. ике йүнәлештә үҫешә: акад. йыр‑романс (Ғ.С.Дәүләтбирҙин, С.Р.Сәлмәнов, А.Р.Сәлмәнова һ.б.; ҡара: Романс) һәм популяр эстрада Й. (А.Б.Туҡтағолов, Ю.Х.Үҙәнбаев һ.б.). Й. муз.‑стилистик үҙенсәлектәре башҡ. операһына, балет, симфоник, камера‑инструменталь музыкаға ҙур йоғонто яһай. Проф. комп. ижадында балалар өсөн (ҡара: Балалар музыкаһы) Й. айырым урын алып тора. Ҡайһы саҡта моңло инструменталь әҫәрҙәрҙе лә Й. тип атайҙар (Н.Ә.Дауытов, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, Сабитов, Хәсәншин, С.Г.Шаһиәхмәтова пьесалары).

Әҙәб.: Фоменков М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023