Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

Просмотров: 2010

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотола. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, изге тарих, таҙа яҙыу, дөйөм һәм урыҫ тарихы, арифметика, рәсем, сиркәү тарихы, урыҫ теле, геом., геогр., һыҙым, 1828 й. тиклем урыҫ грамматикаһы һәм туған тел грамматикаһы, геом., физиканан, тәбиғәт тарихынан башланғыс мәғлүмәттәр, “Кеше һәм граждан вазифалары тураһында” (“О должностях человека и гражданина”) китабын өйрәнеү инә. Ө.у. башланғыс проф. белем биргән өҫтәлмә курстар асыла алған. 1872 й. Ө.у. ҡала училищеларына үҙгәртелә. Ырымбур губернаһында Ө.у. кесе халыҡ училищелары нигеҙендә Быҙаулыҡ, Минзәлә (икеһе лә — 1817), Өфө (1818) ҡалаларында, төп халыҡ училищеһы нигеҙендә Ырымбур ҡ. (1822), ш. уҡ Боғорослан (1824), Силәбе (1833), Троицк (1835), Бөрө (1839) ҡалаларында асыла. Крепостной хоҡуҡты бөтөрөр алдынан училищеларҙа 492 уҡыусы иҫәпләнә, улар араһында 176 дворян һәм чиновник, 104 сауҙагәр һәм мещан, 212 разночинец һәм крәҫтиән балаһы була.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019