Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1889

УҠЫТЫУСЫЛАР ИНСТИТУТЫ. 1909 й. асыла, 1919 й. алып Өфө Халыҡ мәғарифы ин‑ты (ҡара: Башҡорт дәүләт университеты). Уҡытыусылар институттары т‑дағы положениеға (1872) ярашлы ҡала училищелары, гимназиялар һәм прогимназиялар өсөн уҡытыусылар әҙерләгән уҡыу йорто булараҡ ойошторола. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 16 йәше тулған, ҡала уч‑щеһы курсы өсөн ҡабул итеү имтихандарын тапшырған йәки имтиханһыҙ гимназияның пед. класын, уҡытыусылар семинарияһын һ.б. урта уҡыу йортон тамамлаған бөтә ҡатлам балалары ҡабул ителгән. Уҡыу курсы 3 йыл тәшкил иткән (1917 й. алып 4 йыл). Уҡыу программаһына алгебра, арифметика, геогр., геом., графика сәнғәттәре, тәбиғәт белеме, тарих, педагогика һәм дидактика, урыҫ теле, мәктәп гигиенаһы, Алла Ҡануны; пед. практика; мәжбүри булмаған предметтарҙан музыка һәм гимнастика (1911) ингән. Ин‑т составына тел өйрәнеү‑тарих, тәбиғәт‑геогр., физика‑матем. бүлектәре ингән (1917). Ҡала уч‑щеһы, лаб., фундаменталь һәм уҡыусылар өсөн китапханалары, уҡыу кабинеттары булған. Тамамлаусылар юғары реаль уч‑ще уҡытыусыһы исемен алған. 1909 й. — 6, 1913 й. 12 уҡытыусы эшләгән. 1912 й. ин‑тта 68 кеше уҡыған, шуларҙың 50‑һе стипендия алған, ҡалғандары түләп уҡыған (йылына 20 һум); социаль сығышы б‑са күпселек крәҫтиән (46 кеше) булған. 1919 й. 160‑ҡа яҡын белгес әҙерләнгән, уларҙың 8‑е башҡорт һәм татар, ш. иҫ. М.Н.Мөхәмәтов, Ғ.Н.Тереғолов уҡыған. Дир.: А.Н.Лисовский (1909 й. алып), В.С.Яворский (1917 й. алып). У.и. бинаһы (Цюрупа урамы, 9; 1900—09 йй. төҙөлгән) — ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: К у л ь ш а р и п о в М.М., Н и з а м о в А.Г. История Башкирского государственного университета. Уфа, 1997; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008; Е р г и н Ю.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башк. гос. ун‑та. Уфа, 2009.

Р.З.Алмаев, Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина  

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2024