Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕҒОЛОВ Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы

Просмотров: 1311

ТЕРЕҒОЛОВ Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (31.5.1891, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙер БР‑ҙың Благовар районы Үрге Ҡарғалы а., — 4.3.1984, Өфө ҡ.), терапевт. Тереғоловтар нәҫеленән. Медицина фәндәре докторы (1941), профессор (1941). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Өфө уҡытыусылар институтын (1918), Мәскәү университетын (1927) тамамлаған. 1918 й. алып Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. мәктәбе мөдире, 1922—26 йй. 5‑се тат. мәктәбе директоры, бер үк ваҡытта Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университетында (икеһе лә — Мәскәү ҡ.) уҡыта. 1932—72 йй. БДМИ‑ла: 1933 й. башлап уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1937—68 йй. эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта “Янғантау” шифаханаһының ғилми етәксеһе, 1943—50 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы. Фәнни эшмәкәрлеге курортологияға, йөрәктең ишемия ауырыуы, гипертония ауырыуы, нефть һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәренең һөнәри ауырыуҙары этиологияһына, дауалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған. БДМИ‑ны һәм Янғантау шифаханаһын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡортостан берҙәм ғилми медицина йәмғиәте (1951—55), Башҡортостан терапевтар йәмғиәте (1956—76) рәйесе. БАССР ЮС‑ының 4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1944) ордендары менән бүләкләнгән. “Янғантау” шифаханаһы территорияһында Т. бюст, Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Фәндәр академияһы тарафынан уның исемендәге премия булдырылған.

 Х е ҙ м.: Тёплая гора Янган‑Тау и её лечебное значение при заболеваниях суставов. Уфа, 1939; Курорты Башкирии. Уфа, 1968 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023