Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ЯҠШЫЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 905

ИҪКЕ ЯҠШЫЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 3 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1886 кеше; 1920 — 1499; 1939 — 1123; 1959 — 979; 1989 — 557; 2002 — 555; 2010 — 528 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яҡшый (тәүге төпләнеүсе Яҡшый Ҡапландин исеменән) исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Бында 1730 й., 1738 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са — типтәрҙәр, 1746 й., 1758 й. — яһаҡлы татарҙар, һуңыраҡ мишәрҙәр күсеп ултыра. Шулай уҡ Йәммәт (ауыл кешеләренең береһе Йәммәт Ишмәтов исеме б‑са), Яҡшымбәт исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 180 йортта 1020 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище булған. 1906 й. 2 мәсет, буяу оҫтаханаһы, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Яҡшый бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. З.Ф.Асҡарова, Л.С.Вәлинурова ошо ауылда тыуғанр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019