Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 751

ИҪКЕ ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Ҡандра т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 991 кеше; 1920 — 834; 1939 — 759; 1959 — 603; 1989 — 326; 2002 — 330; 2010 — 308 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1716 й. алып Ҡандра исеме м‑н билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында һуңыраҡ типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша). 18 б. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 27 йортта 173 кеше йәшәгән, 1865 й. 73 йортта — 397 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ғ.Ғәбдрәшитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019