Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл

Просмотров: 1156

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1225 кеше; 1920 — 1578; 1939 — 1522; 1959 — 790; 1989 — 476; 2002 — 626; 2010 — 581 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы Муса а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1764 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Сабыр а. башҡорттары һәм Тимкә а. (хәҙ. Түбәнге Тимкә а.) типтәрҙәре Ҡыйышҡы исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. Өфө өйәҙенең Ҡаран а. (хәҙ. Яңы Ҡыйышҡы а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 116 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 118 йортта — 722 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә (Ҡыйышҡы мәҙрәсәһе), 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡыйышҡы күле урынлашҡан. И.У.Манапов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019