Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 651

ИҪКЕ ТУЙМАЗЫ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Иҫке Туймазы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1074 кеше; 1920 — 1326; 1939 — 1095; 1959 — 1734; 1989 — 1187; 2002 — 1223; 2010 — 1247 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Туймазы исеме м‑н нигеҙ һала, 1736 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттар күсеп ултыра) алып билдәле. 1738 й. бында ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр һәм башҡорттар, 1745 й. — мариҙар, 1756 й. — Ҡыр-Йылан улусы Наратаҫты а. (Шаран р‑ны) яһаҡлы татарҙар, 1775 й. — Ҡыр‑Йылан улусы Тырбый а. (Шаран р‑ны Иҫке Тырбый а.) типтәрҙәр, 1791 й., 1800 й. — Себер даруғаһы Әйле улусы Солтанғол а. башҡорттар, 1795 й. Ҡыр‑Йылан улусы Шах а. (Йәрмәкәй р‑ны Иҫке Шах а.) типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 135 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 86 йортта — 540 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 училище, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.А.Аслаев, М.С.Ғәбдрәхимов, Ф.З.Хафизов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019