Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БҮЗДӘК, Бүздәк р-нындағы ауыл

Просмотров: 861

ИҪКЕ БҮЗДӘК, Бүздәк р-нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 2051; 1939 — 1047; 1959 — 762; 1989 — 431; 2002 — 481; 2010 — 484 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1737 й.) Бүздәк (улус старшинаһы Бүздәк Ишембәтов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1777 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра. 1795 й. 18 йортта 102 кеше йәшәгән, 1865 й. 196 йортта — 1058 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне, 40 бакалея кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1930—39 йй. Бүздәк р‑нының адм. үҙәге. Ә.Р.Кинйәкәев, Х.С.Кәлмәтов, Х.И.Ҡудашев, Х.Н.Фәтҡуллин, Ә.Ә.Фәтҡуллин, Ш.З.Чанбарисов, Р.З.Әмиров, Ә.М.Янғуразов, Ә.В.Яфаев ошо ауылда тыуған.

 З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019