Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ВАСИЛЬЕВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 676

ИҪКЕ ВАСИЛЬЕВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Мәндән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Шафран т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта Манатман й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 717 кеше; 1920 — 866; 1939 — 757; 1959 — 673; 1989 — 355; 2002 — 301; 2010 — 266 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәндән төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Васильевка исеме м‑н нигеҙ һала. Яңы Васильевка (хәҙ. Бишбүләк р‑ны Уҫаҡ‑Кисеү а.) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1778 й. ш. уҡ шарттарҙа бында мишәрҙәр килеп төпләнә. 1795 й. 28 йортта 122 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта — 393 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019