Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАРБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 664

ИҪКЕ ҠАРБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 573; 1939 — 452; 1959 — 296; 1989 — 144; 2002 — 151; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр һәм типтәрҙәр Ҡарамалы исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡарамалыбаш булараҡ теркәлгән. 1865 й. 85 йортта 453 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡарамалыбаш (60‑сы йй. юҡҡа сыға) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ҡарамалыбаш булараҡ иҫәпкә алынған, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

З.М.Цуканова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019