Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛОКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 861

ОЛОКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с үҙәге; Ҡарлыман т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 949 кеше; 1920 — 1114; 1939 — 1366; 1959 — 2635; 1989 — 4007; 2002 — 4537; 2010 — 4546. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ремонтлау‑механика заводы, элеватор, урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1752 й. һәм 1760 й. (1771 й. рәсмиләштерелгән) керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Нуғай даруғаһы Бишул-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Рысмәт исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Рысмәт Ураҙмәтов исеменән) мишәрҙәр һәм хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. 1785 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) һәм керҙәш башҡорттар килеп ултыра. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 81 йортта 569 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. ауылға Ҡарлыман ст., Ҡарлыман МТС‑ы, Заготзерно ҡасабалары ҡушылған. С.А.Ҡунаҡбаев, Х.М.Әхмәҙуллина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019