Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ӘРӘМӘ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 689

ОЛО ӘРӘМӘ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс табан 43 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 454 кеше; 1920 — 528; 1939 — 313; 1959 — 232; 1989 — 140; 2002 — 151; 2010 — 117 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1724 й. алып билдәле. Шулай уҡ Оло Әремә исеме м‑н теркәлгән. 1761 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр, һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 24 йортта 132 кеше йәшәгән. 1865 й. О.Ә. ауылы О.Ә. (2 йортта 10 кеше йәшәгән) һәм Дүсмәт (О.Ә.; 45 йортта — 284 кеше; малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу тирмәне була) аа. булараҡ теркәлгән. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019