Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКРАИНА ССР-ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ

Просмотров: 1781

УКРАИНА ССР‑Ы ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ, 1919 й. ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—43 йй. Президиумы һәм ин‑ттарының күпселеге Өфөлә эвакуацияла була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: авиация, металлургия, танк сәнәғәте өлкәһендә оборона әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү; һаулыҡ һаҡлау, тәбиғәт белеме һәм техник фәндәр; тәбиғәт ресурстары, нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү процесы; башҡ. халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫеше тарихы; медик‑биол. проблемалар һ.б. өлкәләрҙә тикшеренеүҙәр. Украина ССР‑ы ФА Президиумы эргәһендә БАССР ресурстарын оборона ихтыяждарына мобилизациялау б‑са комиссия (1941 й. авг. ойошторола) һәм медик‑биол., ижт. фәндәр, стратегик сеймал, техник, физика‑химия секциялары булған Оборонаға булышлыҡ итеү б‑са ғилми‑техник ком‑т (1941 й. окт.) эшләй. Өфөлә үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Биохимия, Ботаника, Геология фәндәре, Тау механикаһы, Зообиология, Клиник физиология, Берләштерелгән ижт. фәндәр ин‑ты, Берләштерелгән химия ин‑ты, Төҙөлөш механикаһы, Физика һәм математика, Физик химия ин‑ттары эшләй. Китапханаһы, нәшриәте була. Украина ССР‑ы ФА етәкс. һәм БАССР‑ҙа урынлашҡан ғилми учреждениелар ҡатнашлығында нефть ятҡылыҡтарының нефтле структуралары геофизик разведкалау ысулдарын ҡулланып тикшерелә, нефть һәм газды һаҡлау өсөн тараһыҙ резервуарҙар эшләнә; тимер юлдарҙы киңәйтеү, карст күренештәре м‑н көрәшеү б‑са тәҡдимдәр бирелә; респ. күмер ятҡылыҡтарын прогнозлау картаһы төҙөлә, Оло Теләк марганец ятҡылығы тикшерелә, Красноусол минераль һыу сығанаҡтарынан тоҙ алыу технологияһы, респ. көньяғында баҡырлы ҡомташтарҙан баҡыр алыу ысулдары, яңы дарыуҙар, ш. иҫ. витаминдар, етештереү технологиялары, нефттән тоҙҙо айырып алыу ысулы һәм Ишембай нефть ятҡылығының ҡатлам һыуҙарынан бром м‑н иодты сәнәғәт етештереүе алымы эшләнә; Асылыкүл, Ҡандракүл күлдәрендәге минераль ләмдәр, Красноусол минераль һыу сығанаҡтарының һыуы һ.б. тикшерелә; һыуҙы зарарһыҙландырыу технологиялары эшләнә; тау рудниктары механизациялана; респ. көньяҡ‑көнсығышындағы энергетика хужалығының торошон тикшереү б‑са экспедициялар, грунттың глобаль туңыуы шарттарында боҙ яуыуҙан һаҡлаған ҡоролмалар төҙөүҙе нигеҙләү маҡсатында тупраҡтың сағыштырмаса ҡаршы тора алыуын тикшереү б‑са эксперименттар үткәрелә; бойҙай сәскәһенең ҡыҫыр ҡалыуы һәм орлоҡ сифаты түбәнәйеү сәбәптәре өйрәнелә, а.х. культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәш саралары тәҡдим ителә; респ. 15 адм. районын комплекслы иҡт.‑геогр. тикшереү һ.б. ойошторола. А.Копыленконың “Башҡортостанда украин күскенселәре” (“Украинские переселенцы в Башкирии”; 1941), П.Тычинаның “Мәжит Ғафури ижадында патриотизм” (“Патриотизм в творчестве Мажита Гафури”), М.Береговскийҙың “Кахновка ауылы” (“Село Кахновка”), П.А.Власюктың “Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө” (“Сахарная свёкла в Башкирии”), И.Г.Грудинскийҙың “Башҡорт АССР‑ының ер аҫты һыуҙары кадастры” (“Кадастр подземных вод Башкирской АССР”), М.И.Котов һәм Я.А.Фиалковтың “Башҡорт АССР‑ының ҡырағай дарыу үләндәре” (“Дикорастущие лекарственные растения Башкирской АССР”), А.В.Леонтовичтың “Сабыртмалы тифты һәм уны таратыусыларҙы — кейем һәм баш бетен нисек еңергә” (“Как побороть сыпной тиф и его передатчиков — платяную и головную вошь”; бөтәһе лә — 1942), А.Л.Давыдов һәм З.М.Вайсбергтың “Ҡара, төҫлө металл һәм мәғдәндәрҙе анализлауҙың фотоэлектрик ысулдары” (“Фотоэлектрические методы анализа чёрных, цветных металлов и руд”; 1943) һ.б. хеҙмәттәре, ш. уҡ “Фронт һәм тыл” (“Фронт и тыл”; ҡара: Украин әҙәбиәте) серияһы нәшер ителә. Өфөлә антиретикуляр цитотоксик сыворотка (1942 й. июле), викасол (1943 й. майы) һ.б. б‑са ғилми конференция үткәрелә. Украина ССР‑ы ФА ғалимдары Өфө вуздарында уҡыта; улар ҡатнашлығында Д.И.Менделеев ис. Бөтә Союз химия йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе ойошторола (ҡара: Химиктар союзы). Академия “Вестник Академии наук УССР” (“Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының хәбәрҙәре”), “Информационный бюллетень” (“Мәғлүмәт бюллетене”), “Украинская литература” (“Украин әҙәбиәте”) ж. нәшер итә. 323 ойошма, ш. иҫ. 48 наркомат, 107 сәнәғәт пр‑тиеһы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Украина ССР‑ы ФА м‑н Н.Н.Боголюбов, А.А.Богомолец, Е.М.Брадис, А.И.Бродский, П.П.Будников, Е.С.Бурксер, В.И.Грубов, А.И.Киприанов, Н.М.Крылов, Л.А.Кульский, М.А.Лаврентьев, И.В.Обреимов, А.В.Палладин, Н.М.Пидопличко, Н.Д.Стражеско, И.Н.Францевич һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Украин ғалимдары м‑н берлектә К.П.Краузе, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, В.И.Спасский, Х.Р.Солтанаев, Д.И.Татаринов, Ғ.Н.Тереғолов, Й.А.Усманов, А.С.Шутко һ.б. эшләй. Украина ССР‑ы ФА‑ның 15 хеҙм‑ре БАССР ЮС‑ы Почёт грамоталары м‑н бүләкләнгән (1943). Украина ССР‑ы ФА президенты — Богомолец (1930—46). Украина ССР‑ы ФА Президиумы урынлашҡан бинаға (Пушкин урамы, 79; 20 б. 30‑сы йй. төҙөлгән, архитектура ҡомартҡыһы) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. Ценный архивный документ о работе учёных Украинской академии наук в годы её эвакуации в Уфу (1941—1943) //Вестник Башкирского университета. 2000. №2—3; ш у л у ҡ. Вклад учёных Украинской академии наук в годы её эвакуации в Уфу (1941—43 гг.) в изучение производительных сил Башкирии //Ш у л у ҡ. 2001. №3; А л д а ш о в а Е.Н. Роль естественнонаучных учреждений в формировании научного центра в Республике Башкортостан (вторая половина XVIII — первая половина XX в.). Ч.3. Уфа, 2008.

Е.Н.Алдашова, Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019