Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БИККЕНӘ, Саҡмағош р-нындағы ауыл

Просмотров: 663

ИҪКЕ БИККЕНӘ, Саҡмағош р-нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 916 кеше; 1920 — 1145; 1939 — 878; 1959 — 515; 1989 — 311; 2002 — 269; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡалмашбаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Биккенә (тәүге төпләнеүсе Биккенә Ибраев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1719 й. бында шул уҡ шарттарҙа — мишәрҙәр, һуңынан — Ҡаңлы улусының керҙәш башҡорттары, 1828 й. Пенза губернаһынан дәүләт крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 18 б. аҙ. Яңы Биккенә а. барлыҡҡа килгәндән алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 76 йортта 513 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019