Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ЭТЕКӘЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 845

ИҪКЕ ЭТЕКӘЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 514 кеше; 1920 — 521; 1939 — 486; 1959 — 351; 1989 — 179; 2002 — 208; 2010 — 197 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1779 й. Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Этекәй (сотник Этекәй Дәүләтов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ғүмәр (ауыл кешеләренең береһе Ғүмәр Исламғолов исеменән) исеме м‑н теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 32 йортта 203 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 236 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә теркәлгән. Ғ.Ғүмәрский ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019