Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ИХСАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 895

ИҪКЕ ИХСАН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Бәшир а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1494 кеше; 1920 — 1811; 1939 — 1253; 1959 — 626; 1989 — 293; 2002 — 226; 2010 — 216 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Их(ҡ)сан исеме м‑н нигеҙ һала. 1719 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — мишәрҙәр, һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр, 1795 й. һәм 1799 й. дәүләт крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1795 й. 31 йортта 199 кеше йәшәгән, 1865 й. 96 йортта — 656 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ҡалас бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне, 1906 й. 2 мәсет, 2 тирмән, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй булған. 1920 й. 1‑се Иҡсан һәм 2‑се Иҡсан булараҡ теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Ихсан бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1939 й. 1‑се Иҫке Иҡсан (499 кеше) һәм 2‑се Иҫке Иҡсан (754 кеше) булараҡ теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. Д.Ә.Вәлишин, М.Ғ.Сәлиғәскәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019