Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ҠАЛМАШ, Саҡмағош р-нындағы ауыл

Просмотров: 825

ИҪКЕ ҠАЛМАШ, Саҡмағош р-нындағы ауыл, Иҫке Ҡалмаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. табан 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 79 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1746 кеше; 1920 — 2250; 1939 — 1963; 1959 — 2137; 1989 — 1835; 2002 — 1903; 2010 — 1849 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡалмаш булараҡ нигеҙ һала, 1709 й. алып билдәле. Яңы Ҡалмаш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1730 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — мишәрҙәр, 1784 й. шул уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 19 йортта 132 кеше йәшәгән, 1865 й. 135 йортта — 893 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, күн заводы булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 3 мәсет, башҡа милләттәр өсөн мәктәп, 3 тирмән, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы бар. Ф.И.Аҡсурина, Ғ.З.Хәзиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019