Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл

Просмотров: 692

ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1499 кеше; 1920 — 1669; 1939 — 1753; 1959 — 1012; 1989 — 843; 2002 — 1051; 2010 — 905 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһының  Подлуб а. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны) мишәрҙәре нигеҙ һала. 1783 й. керҙәшлек килешеүенең ваҡыты үткәс, был ерҙәрҙе башҡорттар Н.А.Апухтинға һата, 1785 й. Бекетовтар, 19 б. 30‑сы йй. Балашовтар һатып ала. Шулай уҡ Рождественский, Христорождественский, Иҫке Подлуб булараҡ теркәлгән. 1865 й. П. (Балашов) 184 йортта 974 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1837 й. төҙөлгән), училище, һыу тирмәне, 6 кибет булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, шарап, һыра һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; ш. уҡ ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. И.А.Полунин, А.Х.Түрйәнов, М.Х.Түрйәнов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Йәнғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019