Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕРҘӘШТӘР

Просмотров: 1226

КЕРҘӘШТӘР, ебәрелмеш, килмешәк, әтәмбәй, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) керҙәшлеккә алыу нигеҙендә формалашҡан халыҡ категорияһы. Теге йәки был ҡылыҡтары, ш. иҫ. башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашҡаны өсөн ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) юғалтҡан башҡорттар К. булып киткән; улар үҙ улусында йәки башҡа улуста билдәле бер шарттарҙа төпләнә алған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һәм төбәкте киң колониялаштырыу, күскенселек хәрәкәте башланғандан һуң К. күпселек өлөшөн үҙәк өйәҙҙәрҙән һәм Волга буйынан күсеп килгән татарҙар, сыуаштар, мордвалар, мишәрҙәр, мариҙар, удмурттар, һирәкләп урыҫтар һ.б. тәшкил итә. К. араһында казактар, сауҙагәрҙәр, хеҙмәтле кешеләр, яһаҡлы крәҫтиәндәр һ.б. ҡатлам кешеләре лә булған. К. аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) м‑н яҙма килешеү (ерҙән файҙаланыу шарттары т‑да керҙәшлекяҙмалары) төҙөп, уларҙы өйәҙ һәм губерна учреждениеларында теркәгән. Телдән килешеү осраҡтары ла булған (ҡара: Бобылдәр). К. иҫәбенән типтәрҙәр ҡатламы барлыҡҡа килгән. Аҫаба башҡорттар м‑н К. араһында ер мөнәсәбәттәре дөйөм Рәсәй закондары тарафынан көйләнгән (ҡара: Ер сәйәсәте, Ер биләү, Ерҙе файҙаланыу). Башҡ. дайсалары эсендә аҫаба башҡорттар, К. һәм халыҡтың башҡа категориялары араһында биләмә сиктәрен билдәләү Махсус ыҙанлау ваҡытында үткәрелгән, ә ерҙе бүлеү 1898 й. 20 апр. сыҡҡан “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение”ға ярашлы атҡарылған. 8‑се ревизия (1834) мәғлүмәттәре б‑са, Башҡортостанда 95,7 мең К. һәм 107,2 мең аҫаба башҡорт иҫәпләнгән; Бөгөлмә өйәҙендә, Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә К. күпселекте тәшкил итһә, Минзәлә өйәҙендә, Өфө өйәҙендә һәм Троицк өйәҙендә аҫаба башҡорттар м‑н К. һаны бер тигеҙ булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019