ПАВЛОВ Борис Николаевич
ПАВЛОВ Борис Николаевич (29.1.1936, Рыбинск ҡ. — 14.5.2020, Өфө ҡ.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1964). 1962 й. “Ленинец”, 1964 й. алып Өфө химия заводының “Химик” гәзите әҙәби хеҙмәткәре, 1968 й. — Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, 1980 й. — “Вечерняя Уфа” гәзите хәбәрсеһе, 1982—85 йй. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1990—94 йй. “Истоки” гәзите хәбәрсеһе. Башҡортостан радиоһында “Беҙгә яҙалар”, “Публицист трибунаһы” (икеһе лә – 1988—90), “Экология һәм беҙ” (1995—2005) тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыларының береһе. “Ярылған юл өҫтөндәге ҡояш” (“Солнце над просекой”) исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1968 й. сыға. “Шом” (“Тревога”; 1971), “Айғыр легендаһы” (“Айгирская легенда”; 1980), “Изгегә ҡул һуҙыу” (“Покушение на заветное”; 1992), “Күңел түрендәге иҫтәлек” (“Память сокровенная”; 2015) һ.б. китаптар авторы. Әҫәрҙәрендә производство менән идара итеү, Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу мәсьәләләрен күтәрә. А.Карнай һәм Д.Юлтый әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.
Ә ҫ ә р ҙ.: Сосны над рельсами: очерки и рассказы. Уфа, 1986; Заповедное: очерки, рассказы, эссе. Уфа, 2006; Открытые раны: стихи. Уфа, 2015.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов