Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ ҺӘМ КӨЙҘӘРЕ”, йыйынтык

Просмотров: 1328

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ ҺӘМ КӨЙҘӘРЕ” (“Башкирские народные песни и наигрыши”), халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәр йыйынтығы (М., 1962). Төҙөүсе мөхәррире, инеш мәҡ., комментарийҙар, фонояҙмалар, фонорасшифровкалар һәм тәржемәләр авторы — Л.Н.Лебединский. Аналитик инеш мәҡ., “Бөрйән тауҙарында” очеркынан (унда “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосының варианты килтерелгән), нота яҙмаларынан (100) һәм комментарийҙарҙан тора. Башҡ. халыҡ музыкаһын фундаменталь өйрәнеүгә арналған тәүге хеҙмәттәрҙең береһе булған инеш мәҡәләлә автор оҙон көйгә һәр яҡлап тәрән анализ яһай, бейеү көйҙәренең структураһын ентекләп тикшерә, башҡ. халыҡ муз. ҡоралдарын — ҡурай һәм ҡумыҙҙы — һүрәтләй; мәҡәләнең бер өлөшө ҡыҫка көйгә, ш. уҡ Салауат Юлаев образы м‑н бәйле йырҙарға һәм көйҙәргә бағышлана. Ноталар бүлеге ике өлөштән тора: Окт. рев‑цияһынан һуңғы осор йырҙары һәм башҡ. халыҡ муз. традицион жанрҙары. 2‑се өлөштә вокаль муз. әҫәрҙәр жанр б‑са системалаштырылған: оҙон көй, ҡыҫҡа көй, ҡобайыр, бәйет, сеңләү, өзләү һ.б. Йыр текстары урыҫ теленә тәржемә ителгән. Көйҙәр төркөмдәргә бүленгән: оҙон көйҙәрҙең инструменталь версиялары, тасуири пьесалар һәм бейеү көйҙәре, башҡа халыҡтарҙан үҙләштерелгән көйҙәр. Комментарийҙарҙа башҡарыусы‑мәғлүмәт биреүселәр М.Ә.Байымов, М.Ф.Буранғолов, И.Ш.Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар), З.Ғ.Исмәғилев, Т.Х. Кусимова, Б.М.Мәһәҙиева һ.б. т‑да, легендаларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе, көйҙәрҙең характеристикаһы, нәшер ителгән яҙмалар хаҡында мәғлүмәт бар. 1965 й. китап яңынан нәшер ителә. Инеш мәҡәлә күпкә киңәйтелгән һәм 18 бүлеккә бүленгән. Яңы бүлектәрҙең береһендә “Зөлхизә” йыры миҫалында лирик оҙон көйҙөң структура, мелос һәм ладоритмик үҙенсәлектәре тикшерелә; башҡа бүлектәрҙә тәүге тапҡыр ҡобайыр һәм бәйеттәрҙең, туй йолаһы йырҙарының (сеңләү, теләк), өзләүҙең муз. үҙенсәлектәре ҡарала. 2‑се баҫмаға ш. уҡ “Башҡорт халыҡ музыканты Мәжит Буранғолов” очеркы ингән, унда Буранғоловтың башҡарыу стиленә һәм репертуарына характеристика бирелә.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019