Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы

Просмотров: 893

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы (20.4.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Рәжәп а.), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, баянсы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Өфө сәнғәт училищеһын (1967; Ф.М.Сиражетдинов класы), Гнесиндар исемендәге музыкаль‑педагогия институтын (Мәскәү ҡ., 1972; А.Н.Гусь класы) тамамлаған. 1971—95 йй. һәм 2007—22 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, 1995 й. — Ф.Камаев исемендәге 2‑се сәнғәт мәктәбе директоры, 2003—07 йй. 2‑се Өфө педагогия колледжында, бер үк ваҡытта 2019 й. тиклем БДПУ‑ла, 1982 й. башлап Өфө ҡ. 4‑се балалар музыка мәктәбендә уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре инструменталь халыҡ музыкаһына, башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары тарихына арналған. 1983—2006 йй. фольклор экспедицияларында Р. тарафынан БР халыҡтарының 1,5 меңдән ашыу инструменталь көйө яҙып алына, 500‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ көйө нотаға һалына. Урта һәм юғары музыка уҡыу йорттарында башҡ. халыҡ музыкаһын өйрәнеү буйынса уҡытыу‑методик әсбаптар һәм программалар (ҡара: Музыка белеме биреү), башҡ. халыҡ музыкаһы эшкәртмәләренең хрестоматиялары һәм йыйынтыҡтары авторы. Сәнғәт институты, Музыка мәктәбе № 1, Педагогия колледжы № 2 башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренең ойоштороусыһы һәм етәксеһе. Уҡыусылары араһында Й.Ә.Моратов, БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре В.А.Жирнов, В.Г.Мережников, Р.С.Хәзиәхмәтов, Саха Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре К.А.Герасимов.

 Х е ҙ м.: Фактура башкирской инструментальной монодии: фольклорное исследование. Уфа, 2001; Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. Уфа, 2006; Тептяри села Резяпово: избранное. Уфа, 2021.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024
Связанные темы рубрикатора: