Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБАШ СЫПҠАЙ

Просмотров: 849

АҠБАШ СЫПҠАЙ (Podiceps griseigena), сыпҡай һымаҡтар отрядының сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—50 см, ауырлығы 400—950 г (ата ҡоштар бер аҙ ҙурыраҡ), ҡанаттарының ҡоласы 77—85 см. Ҡауырһын ҡапламы шырт, тығыҙ, арҡаһы көрәнһыу һоро, ҡорһағы аҡ. Яҙын башы ҡара, бәләкәй өлпөлө, яңаҡтары асыҡ һоро, муйыны ерән; көҙөн — ҡуйы һоро бүрекле, муйыны ерән һәм көрән ҡауырһынлы. Суҡышы һоро, төбө һары. Ҡанаттары ҡыҫҡа, тар. Аяҡтары ҡыҫҡа. Моногам. Һыуҙа, ҡуйы ҡамыш араһында һыу үҫемлектәренең ҡороған тамырҙарынан, һабаҡтарынан оя ҡора; ялған ояһы була. 2—6, йышыраҡ 3—4 аҡ, һуңыраҡ йәшкелт һары төҫкә ингән йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 20—23, ҡайһы ваҡыт 27 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Башлыса һыуҙағы умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. БР‑ҙа оялау осоронда Башҡортостандың Урал аръяғы (Атауҙы, Һатҡы һ.б.) һәм Башҡортостандың Урал алды (Асылыкүл, Шөңгәккүл һ.б.) күлдәрендә осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.02.2023
Связанные статьи: