Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨЙӨЛӘР

Просмотров: 744

БӨЙӨЛӘР, т а р а н т у л д а р, бүре‑үрмәкселәр ғаиләһенең Lycosa затына ҡараған эре ағыулы үрмәксе. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразия сүлдәре, ярымсүлдәре һәм далаларында таралған. БР‑ҙа көньяҡ урыҫ Б., йәки мизгирь йәшәй. Тән оҙонлоғо 20—35 мм. Тәне һорғолт ерән, ҡайһы ваҡыт ҡара ҡуйы төклө, ҡабырғалары аҡһыл, йөнтәҫ, тәненең аҫҡы өлөшө ҡараһыу. Б. беренсеһе 4, икенсе һәм өсөнсөһө 2‑шәр күҙҙән торған 3 рәт булып урынлашҡан 8 ябай күҙе (шуларҙың 6‑һы бәләкәй) бар. Йәй аҙағында үрсей, йомортҡаһын үрмәксе ауынан эшләнгән ҡурсаҡ көбөнә һала. Йәш үрмәксе йомортҡанан сыҡҡандан һуң бер ни тиклем ваҡыт инәһенең арҡаһында йөрөй. Республика шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Йәш үрмәкселәр һәм ҡушылған инә үрмәкселәр ҡышлай. Төндә әүҙем, көндөҙ 60 см тиклем тәрәнлектәге вертикаль өңдәрҙә йәшеренә. Ваҡ быуынтығаяҡлылар менән туҡлана; табышын ағыуы менән үлтерә. Башлыса республиканың көньяғында яланда, парк һәм баҡсаларҙа, йылға буйында осрай. Зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләй. Б. тешләгән урында гиперемия һәм шеш барлыҡҡа килә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.12.2022