Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ

Просмотров: 988

ҠОШ КОЛОНИЯЛАРЫ, бер йәки бер нисә төргә ҡараған ҡоштарҙың бер урында оя ҡороуы. Тығыҙ колониялар менән оя ҡороу үрсеү ваҡытының синхрон рәүештә барыуына булышлыҡ итә, йомортҡаларҙың һәм бала ҡоштарҙың йыртҡыс йәнлектәр тарафынан һәләк булыуын кәметә. Башҡортостанда һыу ҡоштары ҡатнаш йәки таҙа (керелдәктәр, сарлаҡтар, сыпҡайҙар, сәпсәүҙәр), урта эре (ҡарабаш сарлаҡ һәм ҡолаҡлы сыпҡай йәки ҡара сыпҡай) һәм периферияла урынлашҡан (керелдәктәр, сәпсәүҙәр һ.б.) колониаль ултыраҡтар төҙөй. Мышар барҡылдаҡтары, яр ҡарлуғастары, ҡара ҡарғалар ҙур булмаған колониялар булып оя ҡора. Ҡ.к. республика территорияһында күп осраҡта яр буйҙарында, ҙур йылға һәм күл утрауҙарында, ҡороған үҫемлектәрҙең йөҙөп йөрөгән тупланмаларында, тораҡ пункттарҙа осрай. Ҡ.к. өйрәнеү менән 20 б. 60‑сы йй. башынан Башҡорт дәүләт университетында шөғөлләнәләр (Ә.Ф.Мәмәтов).

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023
Связанные статьи: