ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы [28.2.1922, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 11.9.1998, Өфө ҡ.], патофизиолог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995). Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Тереғоловтар нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлаған (1948). 1951—96 йй. (өҙөклөк менән) БДМУ‑ла уҡыта (1971—87 йй. патофизиология кафедраһы мөдире). 1956—60 йй. Алтай медицина институтының (Барнаул ҡ.) патофизиология кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге иммунитет, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, организмдың реактивлығы мәсьәләләренә, төрлө йәштә танатогенездың физиологик механизмдарына һәм реанимация мөмкинлектәренә арналған. Т. ҡатнашлығында вена эсенә индерер өсөн гамма‑глобулин препараты, экспедицияларҙа йөрөгән вахтасыларҙың һаулығын алдан тикшереү һәм диспансерлаштырыу тураһында положение эшләнгән. Башҡортостан патофизиологтар йәмғиәте (1971—87), Бөтә Рәсәй ғилми медицина‑техник йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1976 й. алып) рәйесе.
Х е ҙ м. : Патофизиология Урала. Уфа, 1985 (авторҙ.).
Д.Ә.Йәнекәев
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина