Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ТОРОМТАЙЫ

Просмотров: 953

ЯЛАН ТОРОМТАЙЫ (Falco naumanni), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың төньяҡ‑көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 29—33 см, ауырлығы 90—180 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 58—75 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны ҡыҙыл‑ерән, башы һәм ҡойроғо һорғолт, ҡорһағы ҡуйы көрән таптар менән сыбарланған ҡыҙғылт һары‑ерәнһыу; инә ҡоштоҡо — ерән, арҡыры көрән таптар бар, муйыны, боғағы һәм түше буйға сыбарланған асыҡ ҡыҙғылт һары төҫтә. Ҡанаттары оҙон, ата ҡоштарҙыҡы зәңгәрһыу һоро һыҙатлы, ҡанат остары ҡара, ҡойроғо бер аҙ шына кеүек, инә ҡоштарҙыҡы арҡыры көрән һыҙатлы. Суҡышы ырғаҡҡа оҡшаған, аяҡтары һары, тырнаҡтары аҡ. Моногам. Парлап йәки 40‑ҡа тиклем ҡош колонияһы менән ҡаяларҙа, йырын битләүҙәрендә, таштар араһында, һирәк осраҡта ағас ҡыуыштарында, бина сарлаҡтарында оя ҡора. Ояла ерәнһыу йәки ҡыҙыл‑көрән таплы һәм төрткөлө тоноҡ ҡыҙғылт һары төҫтәге 3—7 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 26—28 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр, ваҡ ҡоштар, кеҫәрткеләр һәм кимереүселәр менән туҡлана. Далала һәм урман‑далала йәшәй. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал аръяғында (Әбйәлил районы) һәм Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә (Краснокама районы) осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023