Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОТАШ ЗАВОДТАРЫ

Просмотров: 1422

ПОТАШ ЗАВОДТАРЫ, поташ (углекислый калий; буяу, һабын, буҫтау, быяланың ҡиммәтле сорттарын етештереү, туҡымаларҙы ағартыу, тире иләү һ.б. өсөн ҡулланылған) етештереү пр‑тиелары. Поташ алыу өсөн ағас йәки үлән көлөн һелте м‑н эшкәрт‑ кәндәр, һелтеһен ҡайнатҡандан һуң ҡалдығын ҡыҙҙырғандар. Башҡортостанда тәүге П.з. 18 б. аҙ. күренә башлай. Ырымбур губернаһында башлыса ағас поташы етештерелгән. 1798—1800 йй. 143 П.з. иҫәпләнгән: Бөгөлмә өйәҙендә — 3, Бөрө өйәҙендә — 46, Бәләбәй өйәҙендә — 14, Минзәлә өйәҙендә — 33, Өфө өйәҙендә — 32, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 11, Ырымбур өйәҙендә — 4. 1817 й. 78 П.з. 1,1 мең кеше эшләгән, шуларҙың 781‑е — ирекле ялланған, 329‑ы — крепостной (алпауыт заводтарында) эшсе; 44 завод — алпауыттар, 34 завод башҡорттар, сауҙагәрҙәр, сауҙа татарҙары һ.б. ҡулында булған. Поташ етештереү артҡас, 1798 й. хөкүмәт тарафынан ҡаҙна урмандарын һаҡлауҙы ҡәтғи күҙәтергә ҡушҡан указ сығарыла. 1828 й. Ырымбур губ. 58 П.з. 105819 бот (166110 һумлыҡ), 1840 й. 86 завод‑ та — 167162 (267459), 1850 й. 50 за‑ водта — 130345 (209655), 1861 й. 55 заводта 120262 (192420) бот поташ етештерелгән. Заводтарҙың күпселегендә аҫаба башҡорттарҙан (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) ҡуртымға алынған урман файҙаланылған. Башҡорттарҙан П.з. хужалары кәмегән: 19 б. башында ябай башҡорттарға — 18, хәрбиҙәргә һәм башҡ. кантондары чиновниктарына — 13, указлы муллаларға — 3; 1830— 40‑сы йй. хәрбиҙәргә, чиновниктарға һәм дворяндарға — 9, ябай башҡорттарға 2 завод ҡараған. Шәхси П.з. урынына башҡорттар биләгән урмандарҙа Башҡорт ғәскәре заводтары (1861 й. — 9 завод) ойошторолоп, уларҙан алынған килем башҡ. ғәскәре капиталына ингән. 19 б. уртаһында Ырымбур губ. иң эре П.з. хужалары Ф.С.Софронов, Голанов, Михайлов, Орлов, Ҡотлобаевтар, Ш.Ҡ. Нуғайбәков (ҡара: Нуғайбәковтар), Солтановтар һ.б. булған. Ағиҙел й. буйлап пароход йөрөй башлағанға тиклем поташты йылына бер тапҡыр яҙғы ташҡын ваҡытында сығарғандар, май—июндә заводтарҙа эш туҡтатылған. Иң күп поташ Бөрө, Өфө һәм Саллы пристандәре аша башлыса Түб. Новгород йәрминкәһенә килтерелгән. Поташ Англия, Германия, Голландия, Пруссия һәм Францияға сығарылған.

Әҙәб.: М у д а р и с о в Р.З. Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003; А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006.

Р.З.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019