Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҺҮҘЛЕГЕ”

Просмотров: 1818

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҺҮҘЛЕГЕ”, башҡорт теленең 2 томдан торған норматив аңлатмалы һүҙлеге (М., 1993). Ә.Ғ.Бейешев етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тел белгестәре И.М.Агишев, Г.Д.Зәйнуллина, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Т.Х.Күсимова, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов, У.М.Яруллина һ.б. тарафынан әҙерләнгән. 1981 й. башҡ. әҙәби теле орфографияһына индерелгән үҙгәрештәр һәм тулыландырыуҙарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Башҡ. теленең хәҙ. лексик фондын сағылдырған 55 мең берәмектән тора. Һүҙҙәр алфавит‑оя ысулы менән урынлаштырылған. Иллюстрация сифатында нәфис әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат, халыҡ йырҙарынан текстар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр файҙаланылған. Дөйөм ҡулланылыштағы һүҙҙәрҙән тыш, стилистик төҫмөрҙәге лексика, иҫкергән һүҙҙәр, диалектизмдар һәм фразеологизмдар тупланған.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023