Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕКУЛЯРЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 939

СЕКУЛЯРЛАШТЫРЫУ (лат. saecularis — донъяуи), йәмғиәттең төрлө тармаҡтарының, кеше эшмәкәрлегенең, соц. мөнәсәбәттәрҙең һәм институттарҙың дин йоғонтоһонан ҡотолоу процесы. Европала барлыҡҡа килә, Реформация осоронда айырыуса киң таралыу ала. Рәсәйҙә сиркәү биләмәләрен С. императрица Екатерина II 1764 й. 26 февр. указы м‑н үткәрелә. Синодтың, архиерей йорттарының һәм монастырҙарҙың бөтә имениелары ҡаҙнаға Экономия коллегияһы идаралығы ҡарамағына күсә; монастырь крәҫтиәндәре иҡтисади крәҫтиәндәргә әйләнә. Монастырҙарға ҙур булмаған емеш баҡсалары һәм 6—9 дисәтинә йәшелсә баҡсалары ғына ҡалдырыла. Дәүләт монастырҙарҙы секулярлаштырылған ерҙәрҙән алынған килемдән финанслай. Штаттар булдырыла, уларға инмәгән монастырҙар бөтөрөлә йәки диндарҙарҙың хәйриә аҡсаһына һәм хужаһыҙ ятҡан ваҡ-төйәк ер участкалары иҫәбенә көн күрә. Башҡортостанда мәхәллә руханиҙарының крәҫтиәндәр йәшәгән аҫаба ерҙәре булмай. 1764 й. Өфө провинцияһында Успение ир‑егеттәр монастыры һәм Христос рождественский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры (икеһе лә — Өфө) эшләй, улар Чесноковка һәм Монастырь Дыуанайы аа. эйә була. С. һөҙөмтәһендә Христос рождественский монастыры штатҡа инә, унда игуменья, ҡаҙнасы һәм 12 монахиня ҡала (1777 й. Вятка губ. Слободской ҡ. күсерелә). Успение ир‑егеттәр монастыры ябыла (настоятеле һәм монахтары башҡа монастырҙарға таратыла, ҡаралтыһының һәм күсмә милкенең төп өлөшө аукциондан һатыла; йыһаздарының бер өлөшө монастырь сиркәүҙәренең береһендә һаҡланып ҡала); Ырымбур һәм Өфө епархиялары (ҡара: Өфө епархияһы) ойошторолғандан һуң тергеҙелә. Совет власы йылдарында сиркәү ер биләүселеге бөтөрөлә (ҡара: Атеизм). 20 б. 90‑сы йй. алып монастырҙарҙы тергеҙеү эше башлана.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: