Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕКЛАМА

Просмотров: 983

РЕКЛАМА (франц. re¼clame), тауарға ихтыяж булдырыу өсөн тауарҙың (хеҙмәт күрһәтеүҙең) ҡулланылыш үҙенсәлектәре т‑да мәғлүмәт таратыу; маркетингының ҡушма өлөшө булып тора. Объектҡа бәйле тауар, соц., сәйәси, корпоратив (өҫтөнлөклө) Р.; тәьҫир итеү ысулына бәйле — акустик, визуаль, акустик‑визуаль, визуаль‑һиҙерлек Р. айырыла. Бурыстары: сауҙа өсөн (ихтыяж булдырыу, һатыуҙы арттырыу, тауар әйләнешен тиҙләтеү), сауҙаға бәйләнмәгән (соц., сәйәси, белем биреү, экологик һ.б.), имидж өсөн (тауар йәки фирманың образын булдырыу). Билдәләре: түләүле, эйәһеҙ, бер йүнәлешле, туранан‑тура булмау. Киң мәғлүмәт саралары, Интернет (баннерлы, контекслы, эҙләү һ.б.) аша таратыла, тышҡы Р. (плакаттар, щиттар, яҡтыртыулы алтаҡталар һ.б.), хәрәкәт иткән йөрөткөстәрҙәге Р. (һүрәттәр, транспорт), сауҙа урындарын биҙәү (витриналар, күрһәтеү стендтары һ.б.), баҫма (календарҙар, буклеттар, каталогтар һ.б.), кейем һәм кейем‑һалым кәрәк-ярағы, китап өсөн (ҡыҫтырғыстар, тышлыҡтар, ҡушымта биттәр), ш. уҡ сувенирҙар, канцелярия тауарҙары, көпләгестәр һ.б. рекламалар була. Р. етештереү һәм таратыу м‑н реклама агентлыҡтары һәм хеҙмәттәре, нәшриәттәр, киң мәғлүмәт саралары шөғөлләнә. Реклама өлкәһендә дәүләт контролен Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт тормошҡа ашыра. 20 б. 90‑сы йй. башлап Башҡортостанда соц., сәйәси Р. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (Е.М. Генерозова, Ю.Н.Дорожкин, В.Л.Савичев) һәм БДУ‑ла (Л.Р. Петрова), Р. медиапланлаштырыу б‑са БДУ‑ла (Л.Ю.Подольская), коммуникатив технологиялар б‑са ӨДАТУ‑ла (Е.Ю. Бикметов), Р. теле б‑са ӨДНТУ‑ла (В.Ә.Шәймиев) һәм БДУ‑ла (П.Л. Горелик); милли‑мәҙәни аспект б‑са Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (Г.Н.Сергеева‑Хлебникова), соц.-мәҙәни Р. б‑са ӨДИСА‑ла (Р.Б. Шәйхисламов) алып барыла. БР реклама баҙары проф. ҡатнашыусылары ассоциацияһы эшләй (2002 й. алып). 2008 й. 255 мәғлүмәт‑реклама гәзите [“Евразия”, “Курьер”, “Рекламная газета” (“Реклама гәзите”) һ.б.] һәм махсус журналдар [“Интерьер”, “Товары и услуги” (“Тауарҙар һәм хеҙмәттәр”), “Я покупаю” (“Мин һатып алам”) һ.б.], “Жёлтые страницы. Уфа” (“Һары биттәр. Өфө”; 1996) адреслы телефон белешмәһе; “Рекламный гид Уфы” (“Өфөнөң реклама гиды”; 2005) каталогы; “Рекламный променад” (“Реклама променады”; 2006) бюллетене нәшер ителгән. Йыл һайын “Һин һәм мин” (“Ты и я”; 2004), “Ҡала мөхите” (“Городская СреДа”; 2005) соц. реклама фестивалдәре, “Полиграфия. Реклама. Дизайн” күргәҙмәһе уҙғарыла.

Е.Ю.Бикмәтов, Ө.Ғ.Зиннуров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: