Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРКЕТИНГ

Просмотров: 970

МАРКЕТИНГ (ингл. market – баҙар, һатыу), баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында предприятиелар һәм фирмаларҙың етештереү-һатыу һәм сауҙа эшмәкәрлегенең табыш алыуға йүнәлтелгән ойоштороу һәм идара итеү системаһы. М. функциялары: баҙарҙы тикшереү (талаптарҙы, ихтыяжды, конкуренцияны өйрәнеү, һатыуҙы күҙаллау), тауарҙарҙың номенклатураһын формалаштырыу (яңы төрҙәр булдырыу һәм сығарылған продукцияны камиллаштырыу), хаҡ яһалышы, тауарҙы бүлеү (бүлеү каналдарын һайлау, һатыу селтәрен формалаштырыу), үткәреү (һатып алыуҙы стимуллаштырыу, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, реклама яһау, төрөү). М. төрҙәре: киң күләмле (бер типтағы тауар бөтә һатып алыусыларға тәҡдим ителә), маҡсатлы (баҙарҙың билдәле бер сегменттарында эшләү), дифференциацияланған (баҙарҙың бер нисә сегментын йәлеп итеү), концентрацияланған (бөтә көстө айырым бер баҙарға туплау). М. статистика, социология, психология мәғлүмәттәре ҡулланыла.

90‑сы йй. башына тиклем СССР-ҙағы пр‑тиеларҙа М. эшмәкәрлеге булмай тиерлек, быға айырыуса ҡулланыусылар тауарҙары баҙарында һорау һәм тәҡдим араһындағы дисбаланс сәбәпсе була (башлыса һорау тәҡдимдән артығыраҡ). Икенсе яҡтан, тауарҙарҙың ҡайһы бер төркөмдәрен һатыу уларҙың сифаты, дизайны насар, хаҡының юғары булыуы сәбәпле ауырлыҡ тыуҙыра (ҡара: Тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеге). Күпселек пр‑тиеларҙа продукция ассортименты йылдар буйына үҙгәрмәй. Был осорҙа тауарҙар баҙарын тултырыу етештереүҙең төп маҡсаты була. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң М. роле ныҡ үҫешә. Етештереү һәм импорт күләмдәренең артыуы ҡулланыусылар продукттың хаҡына һәм сифатына ҙур әһәмиәт бирә башлауына килтерә. Күп кенә пр‑тиеларҙа М. хеҙмәттәре булдырыла. 2000 й. “Баштехинформ” эргәһендә БР пр‑тиеларының М. эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү өсөн мәғлүмәт-маркетинг үҙәге ойошторола. Пр‑тиелар заказы б‑са М. тикшереүҙәрен үткәреү м‑н консалтинг фирмалары шөғөлләнә (ҡара: “Аудит‑хәүефһеҙлек”). БР‑ҙа М. б‑са белгестәр Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, Финанс университетында һ.б. әҙерләнә. Эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә М. алымдарын ҡулланыуҙы М.К.Аристархова, Ш.З.Вәлиев, Ө.Ғ.Зиннуров, А.А.Ишмөхәмәтов һ.б. өйрәнә. Шулай уҡ ҡара: Баҙар конъюнктураһы, Производствоны махсуслаштырыу.

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: