ТАБЫШ
ТАБЫШ, продукция (хеҙмәт) һатыуҙан алынған килемдең етештереү һәм һатыу сығымдарынан артыуы; предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хужалыҡ итеү эшмәкәрлегендәге финанс һөҙөмтәләренең төп күрһәткесе. Продукттарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатыуҙан килгән төшөм м‑н етештереү факторҙары сығымдарының суммаһы араһындағы айырма булараҡ аҡсалата һанала. Тулы, дөйөм (тулайым, йәғни баланс); саф (тулы килемдән һалым һәм түләмдәрҙе алып ташлағандан һуң); бухгалтер (һатыуҙан алынған килем м-н бухгалтерҙың етештереү сығымдары араһындағы айырма); иҡт. (альтернатив йәки иҫәпкә алынмаған сығымдарҙы хисаплау) Т. төрҙәре була. Т. структураһы: рента, капитал өсөн процент, хәүеф өсөн премия, туплау фонды. Башҡортостанда эре, урта һәм бәләкәй пр‑тиелар б‑са баланс Т. 66,8 млрд һум, ш. иҫ. эшкәртеү производстволарында — 35,3, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа — 18,8, электр энергияһы, газ, һыу производствоһында һәм уларҙы бүлеүҙә 8,6 млрд һум тәшкил итә (2008).
М.Н.Иҫәнбаев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина