Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАВАТ, лимон сорты

Просмотров: 788

САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 350—800 г, йомро, яҫы нигеҙле, бер аҙ һуҙылған остары бар, алтын һымаҡ һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, тығыҙ, шыма, өҫ яғы ялтыр, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — сентябрь уртаһынан, ҡулланыу өсөн — октябрь аҙағынан март аҙағына тиклем. Шәкәр миҡдары — 3,3—4,7%, кислота (башлыса лимон кислотаһы) — 3,1—3,3%, С витамины — 36,6—37,5 мг%. Уңдырышлылығы — 1 ағастан 29,0 кг (Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2008). РФ һәм БР буйынса ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.01.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: