Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ

Просмотров: 1118

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ, үлсәү, иҫәпләү, контролдә тотоу, автоматлаштырыу сараларын һәм идара итеү системаларын етештергән машиналар эшләү тармағы; фән һәм техника өлкәһе. Башҡортостанда авиация, автомобиль, геофизика приборҙары эшләнә. Авиация П.э. 1941 й. Өфөгә поршенлы авиация двигателдәре өсөн ҡабыҙыу системалары сығарыу б‑са 161‑се Дәүләт союз з‑ды (ҡара: “Молния” һәм Өфө агрегат производство берекмәһе) эвакуацияланғандан һуң үҫешә башлай. 50‑се йй. башлап з‑д ш. уҡ — газ турбиналы авиация двигателдәре (ҡара: Газ турбиналы двигатель) өсөн автоматик контролдә тотоу һәм идара итеүҙең электрон системалары, электрон автоматика агрегаттары, статик ток һәм көсөргәнеш үҙгәрткестәре һ.б., 2004 й. алып газ турбиналы двигателдәр өсөн плазмалы ҡабыҙыу системалары етештерә. 1956 й. 40‑сы почта йәшнигенең уҡлы авиация һәм электрон автоматика приборҙарын сығарыу б‑са махсус авиация приборҙары эшләү з‑ды (ҡара: Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе) сафҡа индерелә, 1962 й. башлап “Космос” серияһындағы спутниктар, оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән “Салют” орбиталь станцияһы, “Восход”, “Союз”, “Прогресс” транспорт һәм йөк караптары өсөн приборҙар, 1964 й. алып самолёттар өсөн борт иҫәпләү машиналары, вертолёттар өсөн автопилоттар, 1976 й. башлап навигация комплекстары етештерә. 1982–85 йй. — “Мир” йыһан станцияһы өсөн, 1997–2000 йй. халыҡ‑ара йыһан станцияһы өсөн борт аппаратураһы комплекты эшләнә. Геофизика П.э. 1950 й. скважиналар өсөн геофизика приборҙары һәм ҡорамалдары сығарыу б‑са геофизика приборҙары эшләү заводы (ҡара: “Геофизприбор”) төҙөлгәс, үҫеш ала. Респ. геофизик эштәрҙе үткәреү өсөн күтәргестәр етештергән Туймазы геофизика йыһаздары һәм аппараттары заводы; скважиналарҙы геофизик тикшереү, быраулау, нефть һәм газ сығарыу һ.б. өсөн аппаратура һәм ҡорамалдар етештергән Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ (ҡара: “Геофизика”); сейсмоприёмниктар, ҡорамалдарҙы тикшергән телеметрик кабель секциялары етештергән “Ойо‑Гео Импульс Интернэшнл” берлектәге предприятиеһы (1990 й. “Геофизприбор” з‑ды базаһында асылған) эшләй. Автомобиль П.э. үҫеше 1971 й. Октябрьский ҡ. РФ‑тың автомобиль, трактор һәм комбайн з‑дтары өсөн электротехник ҡорамалдар сығарыу б‑са “Автоприбор” (ҡара: “Автокомплект”) з‑ды сафҡа индерелгәндән һуң башлана. 1980–90 йй. оптик П.э. үҫешә (ҡара: Салауат оптика‑механика заводы). 2004 й. тармаҡта 40 пр‑тие һәм производство була, уларҙың өлөшөнә машиналар эшләү производствоһы күләменең 2,2%‑ы тура килә. Авиация П.э. б‑са фәнни эштәрҙе — Өфөләге “Молния” ҒПП, ӨАПБ ҡарамағындағы тәжрибә КБ, ӨПЭПБ; геофизика П.э. Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑ты, “Геофизика” фирмаһы алып бара. П.э. өлкәһендәге белгестәр Авиация техник университетында әҙерләнә.

Е.А.Новиков

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: