Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОГНОЗЛАУ

Просмотров: 1097

ПРОГНОЗЛАУ, милли иҡтисад үҫеше перспективаларын тикшереү. Соц., иҡт. һәм фәнни‑техник процестарҙы өйрәнеү, килеп сыҡҡан хәлде анализлау һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала. П. етештереү факторҙарын рациональ файҙаланыу соц. етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрергә; фәнни һәм етештереү эшмәкәрлегенең перспектив йүнәлештәрен, дәүләттең соц.‑иҡт. сәйәсәте приоритеттарын һ.б. билдәләргә ярҙам итә. Оҙайлығына ҡарап — оҙаҡ ваҡытлы (10 йыл эсендә 5 йылға 1 тапҡыр эшләнә), уртаса мөҙҙәтле (3 йылдан алып 5 йылға тиклем, йыл һайын коррекция үткәрелә) һәм ҡыҫҡа ваҡытлы (йыл һайын) прогноздар; методологияһына ҡарап – генетик һәм норматив; тикшеренеү масштабына ҡарап шәхси һәм комплекслы прогноздар була. Оҙаҡ ваҡытлы прогноз мәғлүмәттәре — оҙайлы перспективаға соц.‑иҡт. үҫеш концепцияһын (стратегия), ш. уҡ уртаса мөҙҙәтле перспективаға соц.‑иҡт. үҫеш прогнозын һәм программаларын; ҡыҫҡа ваҡытлы прогноз мәғлүмәттәре дәүләт бюджеты проектын төҙөгәндә ҡулланыла. РФ‑та соц.‑иҡт. үҫеш прогноздары 1992 й. алып эшләнә. 1995 й. дәүләт П. һәм соц.‑иҡт. үҫеш программалары т‑да закон ҡабул ителә. Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы соц.‑иҡт. үҫеш прогноздары үҫеш тенденцияларын, сикләүҙәрен һәм факторҙарын иҫәпкә алып прогнозланған осор башына респ. иҡт. потенциалын баһалау нигеҙендә төҙөлә. 2020 й. тиклем БР‑ҙың соц.‑иҡт. үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, 92 респ. программаһы, ш. иҫ. 48 маҡсатлы программа, эшләй (2008; ҡара: табл.).

Д.Р.Хисмәтуллин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Көйләү өлкәләре буйынса республика программаларының һаны

Көйләү өлкәһе

Программалар һаны

Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкә

26

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм туризм

30

Экология, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү

4

Енәйәтселек һәм накомания менән көрәшеү

3

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге

1

Агросәнәғәт комплексы

6

Торлаҡ өлкәһен үҫтереү

4

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

4

Иҡтисадтың төп тармаҡтары

2

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү

1

һ.б.

11

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: