Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХИАТРИЯ

Просмотров: 1280

ПСИХИАТРИЯ (гр. psyché — йән һәм iatréia — дауалау), психик ҡаҡшауҙарҙың этиологияһын, патогенезын, клиникаһын һәм таралышын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән, ауырыуҙарға экспертиза һәм реабилитация үткәрә торған клиник медицина бүлеге. П. түбәндәге бүлектәргә айырыла: дөйөм (психик ҡаҡшауҙар сағылышының төп законлыҡтарын, улар нигеҙендә ятҡан этиологик һәм патогенетик факторҙарҙы өйрәнә), айырым (айырым психик ауырыуҙарҙың клиникаһын, динамикаһын, һөҙөмтәһен), суд (иҫ‑аҡыл теүәллеге һәм хоҡуҡи һәләтлелек, мәжбүри дауалау сараларын ойоштороу мәсьәләләре); наркология (алкоголизм, наркомания, токсикомания һ.б.), психотерапия, психофармакотерапия һ.б. Өфөлә 1810 й. Аҡылдан яҙғандар йорто асыла, унда айырыуса таралған психик ауырыуҙарҙың клиник күренеше өйрәнелә (Л.И. Айхенвальд, Е.К.Иогансон, Я.Ф.Каплан, И.И.Рождественский, Н.А. Сокальский). БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 1937 й. И.Ф.Случевский етәкс. психиатрия каф. ойошторола, унда фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп темаһы эпилепсияның патогенезын, был ауырыу ваҡытында матдәләр алмашыныуҙы өйрәнеү һәм уны дауалау ысулдарын эшләү була; Башҡ‑н респ. психиатрия дауаханаһы базаһында эпилепсияға ҡаршы фәнни‑тикшеренеү лаб. булдырыла. Б.В.һуғышы йылдарында БДМИ һәм Өфөгә эвакуацияланған Суд П. үҙәк ин‑ты, 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты һәм Украина ССР‑ы ФА ғалимдары тарафынан һуғыш ваҡыты психоздарының патогенезы һәм уларҙы дауалау ысулдары өйрәнелә. БДМИ‑ла 40‑сы йй. уртаһынан алып А.С.Борзунова етәкс. эпилепсияның, шизофренияның һ.б. психик ауырыуҙарҙың организмда үҙ‑ара психосоматик бәйләнеше, клиник‑патогенетик үҙенсәлектәре тикшерелә, психотерапия ярҙамында тәьҫир итеү ысулдары эшләнә; 50‑се йй. уртаһынан — А.Ю.Выясновский етәкс. соматоген (пеллагра, ревматизм булғанда) һәм инфекцион (бруцеллёз, токсоплазмоз, вируслы ауырыуҙар) этиологиялы психоздар, төрлө ағыулы матдәләрҙең (алкоголь, наркотиктар һ.б.) психикаға йоғонтоһо; 60—70‑се йй. А.С.Познанский етәкс. психик ауырыуҙар патогенезында преморбид шәхси үҙенсәлектәрҙең роле, галлюцинацияларҙың клиникаһы, патофизиологияһы һәм фармакол. өйрәнелә, психофармакол. матдәләрҙе һынау һәм дауалау практикаһына индереү үткәрелә; 70‑се йй. М.Н.Ғайсина етәкс. — психоздар этиопатогенезында самотоген һәм шәхес факторҙары, бөйөр патологияһы м‑н психик эшмәкәрлектә барлыҡҡа килгән ҡайһы бер ҡаҡшауҙар араһындағы бәйләнеш; 80—90‑сы йй. М.Н.Красильникова етәкс. психик ауырыуҙар ваҡытында матдәләр алмашыныу һәм иммун күсеш үҙенсәлектәре, респ. П. тарихы тикшерелә, ауырыуҙарҙың йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған эшҡылыҡтарын иҫкәртеү саралары (М.М.Ғатауллин), ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм һәләкәттәр ваҡытында халыҡҡа психиатрия ярҙамы күрһәтеү ысулдары (Р.Ғ.Вәлинуров) эшләнә. 90‑сы йй. уртаһынан В.Л.Юлдашев етәкс. үҫмерҙәрҙең шәхес девиацияһы, уларҙың аддиктив һәм агрессив тәртибе формалашыуында соц.‑психологик һәм биол. факторҙар (Р.М.Мәсәғүтов); ауырлы ҡатындар (Н.А.Марфина), кешенең иммунитет дефициты вирусын йоҡторған (С.Б.Медведева), сей яра ауырыуы арҡаһында операция үткәргән пациенттарҙың (В.Е.Алёхин) психикаһы үҙенсәлектәре, фекерләү психопатологияһы (В.В. Дезорцев), аффектив боҙолоштар, пароксизмаль хәлдәр (Е.Н.Вайман), психик ауырыуҙарҙың биохимик аспекттары (О.А.Пермякова), суд П. проблемалары (А.А.Бесчастный, Е.Р. Ҡунафина, А.С.Порывай, Р.К.Хәйруллин) өйрәнелә, психиатрия хеҙмәтен ойоштороу һәм халыҡҡа махсус ярҙам күрһәтеү ысулдары камиллаштырыла (А.Х.Түрйәнов, Б.Л.Урицкий). 21 б. башынан тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре булып халыҡҡа психиатрик, наркологик, психотерапевтик ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу, психик ауырыуҙарҙы клиник‑соц. реабилитациялау, уларҙың йәмғиәт өсөн хәүефле эш‑ҡылыҡтарын иҫкәртеү; психосоматик медицина һәм психотерапия тора. Башҡортостанда ауырыуҙарға махсус мед. ярҙамы 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында (Өфө), 2‑се Респ. психиатрия дауаханаһында (Стәрлетамаҡ ҡ.), дауаханалар ҡарамағындағы 17 психоневрология бүлегендә һәм 46 психиатрия кабинетында күрһәтелә; 3290 койка иҫәпләнә, 306 психиатр эшләй (2007).

Әҙәб.: Г а т а у л л и н М.М., П у р и к В.Т. Отечественная психиатрия и развитие психиатрической помощи в Башкирии. Уфа, 1993.

В.Л.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: