Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 1278

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ. Йоғошло һәм йоғошһоҙға бүленә. Йоғошһоҙ Б.ҡ.а. һыуыҡ тейгән үрсем, япраҡ балы һәм һеркә токсикозы, химик токсикоздар һ.б. ҡарай. Йоғошло Б.ҡ.а. бактериялар (америка сереге, европа сереге, ялған серек ауырыуы), вирустар (вируслы фалиж, ҡапсыҡлы үрсем), бәшмәктәр (аскосфероз, аспергиллёз, меланоз) тыуҙырған инфекцион ауырыуҙарға һәм иң ябай төҙөлөшлөләр (амёбиаз, нозематоз), талпандар (акарапидоз, варроатоз), бөжәктәр (браулёз) тыуҙырған инвазион ауырыуҙарға һ.б. бүлеп йөрөтөлә.

Башҡортостанда умартасылыҡҡа варроатоз, америка һәм европа серектәре, аскосфероз иң ҙур юғалтыуҙар килтерә. Варроатоз (варрооз). Ауырыу тыуҙырғыс — Varroa jacobsoni талпаны. Үрсемде (балағорттар, ҡурсаҡ алды, ҡурсаҡтар) һәм оло бал ҡорттарын зарарлай. Бал ҡорто ғаиләләренең продуктлылығы 80—90%‑ҡа кәмей, ғаиләләр хәлһеҙләнә һәм йыш ҡына һәләк була. Америка сереге (яман серек ауырыуы). Ауырыу тыуҙырғыс — Bacillus larvae бактерияһы. Эшсе һәм инә бал ҡорттарының оло балағорттарын, һирәкләп әре ҡорттарҙы зарарлай. Европа сереге. Ауырыу тыуҙырғыс — Peptostreptococcus pluton бактерияһы. Бал ҡорттарының йәш балағорттарын зарарлай. Серек ауырыуҙары ваҡытында бал ҡорто ғаиләләренең продуктлылығы 40—80%‑ҡа кәмей. Аскосферозды (эзбизләнгән үрсем) Ascosphaera apis бәшмәге тыуҙыра. Бал ҡорттарының йәш балағорттарын һәм әре ҡорттарҙы зарарлай. Бал ҡорто ғаиләләренең продуктлылығы 60—80%‑ҡа кәмей.

Көрәш саралары: умарталыҡта карантин һәм ветеринар‑санитар саралар үткәреү. Варроатозды дауалау өсөн — апифит, байворол, бипин, варроатин, сенсакар, тимол һ.б.; серек ауырыуҙарын дауалау өсөн — сульфаниламидтар (натрий норсульфазолы, сульфантрол), антибиотиктар (неомицин, стрептомицин, тетрациклин һ.б.) ҡушылған шәкәр сиробы; аскосферозға ҡаршы ҡорттарҙы яҙғы һәм йәйге өҫтәмә ашатыу ваҡытында нистатин ҡулланалар. 20 б. 60—70‑се йй. Ветеринар лабораторияла серек ауырыуҙарын дауалау камиллаштырыла (З.Ғ.Чанышев), 80-се йй. БДАУ‑ҙа эзбизләнгән үрсемде дауалау өсөн фитонцидтар ҡулланыу тәҡдим ителә (В.Р.Туҡтаров, Н.С.Чернов); бал ҡорттарының инфекцион ауырыуҙары кимәлен кәметеү өсөн феромондар һәм биостимуляторҙар ҡулланыуҙың файҙаһы билдәләнә (М.Ғ.Ғиниәтуллин).

Әҙәб.: Шакиров Д. Т. Пчеловодство Башкирии. Уфа, 1992.

А.В.Бурзянцев, Н.С.Чернов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019