Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕЗЕДА

Просмотров: 578

РЕЗЕДА (Reseda), резеда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән төрө — һары Р. үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабаҡтары тармаҡлы, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта төҙ йәки йәйенке, ҡытыршы йәки ҡырлы, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ бүленгән, ҡайһы берҙә бөтөн, ситтәре ҡытыршы, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, дөрөҫ булмаған формала, аҡ, һары йәки йәшкелт һары төҫтә, ике енесле, өҫкө өлөшөндәге тәлгәш йәки башаҡ рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — оҙонса өс ҡырлы ҡумта, июнь—октябрҙә өлгөрә. Ҡоро убалар һәм битләүҙәр буйлап, ташлы тупраҡта һәм эзбизташтарҙа, сәсеүлектәрҙә, юл буйҙарында, ташландыҡ һ.б. ерҙәрҙә үҫә. Республиканың, тау‑урман зонаһынан һәм төньяҡ‑көнсығыш райондарынан тыш, бөтә территорияһында осрай. Ҡый үләне. Составында алкалоидтар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Сәскәләренән һәм орлоҡтарынан туҡымалар өсөн һары буяу алынған. Баҡсаларҙа декоратив үҫемлек — хуш еҫле Р. үҫтерелә, ул ҡайһы берҙә ҡырағай үҫемлеккә әйләнә.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024