Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК

Просмотров: 1666

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК, 1) ауыл хужалығы тармағы, үҫемлекселек продукцияһы (халыҡ өсөн аҙыҡ‑түлек, малсылыҡ өсөн мал аҙыҡтары, сәнәғәт тармаҡтары өсөн сеймал) етештереү өсөн а.х. культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнә. Малс‑ҡ м‑н тығыҙ бәйле. Баҫыусылыҡ, йәшелсәселек, емешселек, виноградсылыҡ, болонсолоҡ, урмансылыҡ, сәскәселек тармаҡтарын үҙ эсенә ала. Башҡортостан терр‑яһында Ү. 16 б. 2‑се ярт. үҫеш ала (ҡара: Игенселек). БР‑ҙа Ү. төп йүнәлеше булып иген етештереү тора, шәкәр сөгөлдөрө, орлоҡҡа көнбағыш, картуф, йәшелсә һәм мал аҙыҡтары етештереү яҡшы үҫешә. 2008 й. хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында а.х. культураларының сәсеүлек майҙандары (мең га): бөтәһе — 3023, ш. иҫ. иген культуралары — 1720 (56,9%), мал аҙығы культуралары — 996 (32,9%), техник культуралар — 196 (6,5%), картуф — 94 (3,1%), йәшелсә культуралары — 17 (0,6%); емеш һәм еләк ултыртмалары — 8,9 мең га. Сәсеүлек майҙандары структураһында а.х. пр‑тиелары өлөшөнә 82,5%, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙарға — 13,6%, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға 3,9% тура килә. Хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында Ү. продукцияһын етештереү (мең т): иген — 4533, шәкәр сөгөлдөрө — 1112, картуф — 1205, көнбағыш орлоҡтары — 137, йәшелсә — 335, емеш һәм еләк — 439,6; а.х. пр‑тиеларында: ҡоро мал аҙыҡтары — 4305,8, һутлы мал аҙыҡтары — 1296,6. А.х. пр‑тиелары тарафынан 86,4% иген, 88,7% шәкәр сөгөлдөрө, 80,7% көнбағыш орлоғо, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тарафынан 94,6% картуф, 74,0% йәшелсә етештерелә. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 26,4, шәкәр сөгөлдөрө — 217,1, йәшелсә культуралары — 165,0, картуф — 128,9, орлоҡҡа көнбағыш — 10,7. 2) Культуралы үҫемлектәр һәм уларҙы үҫтереү технологияһы т‑дағы фән, агрономия бүлеге. Тупраҡ ғилеме, игенселек, агрометеорология, агроклиматология, үҫемлектәрҙең физиологияһы, биохимияһы, генетикаһы, селекцияһы һәм орлоҡсолоғо, а.х. микробиологияһы, агрохимияһы, үҫемлектәрҙе һаҡлау һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Ү. төп тикшеренеү объекты — а.х. үҫемлеге, уның биологияһы, агроэкологик шарттарға мөнәсәбәте. Тикшеренеүҙәр үҫемлектәрҙе классификациялау, хужалыҡ өсөн ҡиммәтле үҫемлектәрҙе интродукциялау, агроландшафт үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып баҫыу культуралары һәм сорттарын оптималь урынлаштырыу (ҡара: Ландшафт игенселеге), Ү. продукцияһын етештереү технологияларын эшләү б‑са үткәрелә. Башҡортостанда Ү. фәне 19 б. аҙ. Өфө губ. земствоһының Бөрө, Пестровка һ.б. тәж. баҫыуҙары ойошторолоу, Шишмә а.х. тәжрибә ст. (ҡара: Ауыл хужалығы институты), БАХИ (ҡара: Аграр университет) асылыу м‑н үҫешә башлай. Ү. өлкәһендә тикшеренеүҙәр ш. уҡ Биология институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Педагогия университетында, Ботаника баҡса‑институтында алып барыла. Ужым арышының (Н.Р.Бәхтизин, А.Л.Голодец, Р.Р.Исмәғилев, С.А.Ҡунаҡбаев, Р.Б.Нурлығаянов һ.б.), яҙғы бойҙайҙың (В.К.Ғирфанов, Х.С.Әхмәтшин һ.б.), ужым бойҙайының (Бәхтизин, Ғирфанов, Р.Р.Ғәйфуллин, Исмәғилев, А.Н.Прохоров һ.б.), ҡарабойҙай һәм тарының (К.В.Лавров, А.М.Сабитов һ.б.), кукуруздың (Н.А.Дроздов, П.А.Скоробогатов, В.Х.Хангилдин һ.б.), рапстың (Ғәйфуллин, Исмәғилев һ.б.), шәкәр сөгөлдөрөнөң (Н.Ғ.Ғизбуллин, И.П.Юхин һ.б.), картуфтың (Д.А.Андрианов, А.Т.Гладков һ.б.), йәшелсә культураларының (Н.Ә.Ғәлиев, М.Х.Ҡыҙрасов, Л.И.Мансурова һ.б.), мал аҙығы культураларының (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, Э.М.Кузеев, Б.М.Миркин, С.Н.Надежкин һ.б.), дарыу үҫемлектәренең (Исмәғилев, Д.А.Костыев, З.М.Хәсәнова һ.б.) респ. тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған үҫтереү технологиялары, икмәк бешереү өсөн ҡулланылған юғары сифатлы арыш һәм бойҙай (М.Г.Дауҡаев, Исмәғилев, В.А.Печаткин һ.б.), һыра ҡайнатыу өсөн ҡулланылған арпа (М.Х.Уразлин) орлоҡтарын етештереү технологиялары уйлап табыла. Урман культураларын өйрәнеү һәм уларҙың агротехникаһын эшләү (И.А.Ибраһимов, Д.А.Ильичёв, Ю.З.Кулагин, Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.), үҫемлектәрҙе интродукциялау (Е.В.Кучеров), ужым культураларының биологияһын һәм ҡышҡа сыҙамлылығын өйрәнеү (Исмәғилев, А.Д.Фәйзуллин һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Иген һәм мал аҙығы культураларының (Ә.Н.Биктимеров, Н.И.Лещенко, Ф.Х.Лоҡманова, В.И.Никонов, Б.К.Попов, Н.В.Руднев, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б.), емеш культуралары һәм виноградтың (Р.И.Болотина, Т.Ғ.Дёмина, Г.Ә. Мансуров, Л.Н.Стреляева, М.Ғ.Әбдиева һ.б.), картуфтың (Л.П.Акатьева) ҡиммәтле сорттары сығарыла. Үҫемлектәрҙе ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарынан, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарынан һаҡлауҙың интеграциялы системаһы камиллаштырыла (М.М.Ғәниев, А.А.Мейер, М.Й.Миңлекәев, Л.А.Сибиряк һ.б.). Уңышты программалау ысулдары (Бәхтизин, Исмәғилев, М.Ғ.Сираев һ.б.), ер эшкәртеүҙең тупраҡты һаҡлау алымдары (Г.Н.Лысак, Сираев һ.б.), ашламалар ҡулланыу системалары (П.Я.Бульчук, Н.Х.Жданов, Й.А.Усманов, Б.П.Шиленко, С.Ә.Әбдрәшитов һ.б.) эшләнә.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019