Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР

Просмотров: 1391

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР, органик берләшмәләр, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм морфогенезын стимуллаштыра (бик түбән концентрацияларҙа) йәки туҡтата. Тәбиғи (фитогормондар — ауксиндар, гиббереллиндар һ.б.; гормональ булмаған тәбиғәт берләшмәләре — ҡайһы бер фенолдар, мочевина сығарылмалары һ.б.; эндофит һәм симбионт микроорганизмдарҙың матдәләр алмашыныуы продукттары — биосил, новосил) һәм синтетик (ауксиндар тибындағы берләшмәләр — индолил-һеркә, индолил‑май, нафтил‑һеркә к‑талары; десиканттар, дефолианттар һ.б.) Ү.ү.к. айырыла. Тәғәйенләнеше б‑са үҫеш стимуляторҙары, ингибиторҙар һәм ретарданттарға бүленә. Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары булып тормай, а.х. культураларын үҫтереүҙең юғары агротехник фонында фитопатогендар насар үҫешкән осраҡта уларға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандың ауыл хужалығында иген культураларының йығылыуына юл ҡуймау һәм еләк мыйыҡтарының үҫеүен сикләү өсөн хлормекват‑хлорид нигеҙендәге ретарданттар (Атлет); үҫемлектәрҙең (кәбеҫтә, һуған) үҫеүен көйләү һәм стресҡа ҡаршы активлығын, ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеген күтәреү өсөн арахидон к‑таһы нигеҙендәге иммуноцитофит; йәшелсә культураларының өлгөрөүен тиҙләтеү, уңышын һәм сифатын арттырыу өсөн гибберсиб; орлоҡтарҙың баҫыуҙа шытып сығыуын тиҙләтеү, үҫемлекселек продукцияһының уңдырышлылығын, сифатын күтәреү, уңышта нитраттарҙы кәметеү өсөн биосил һәм новосил; тамырланыуҙы стимуллаштырыу, ялғанмыш һәм ялғанмаларҙың ҡушылып үҫеүен яҡшыртыу өсөн гетероауксин; үрсетмәләрҙең тамырланыуын стимуллаштырыу, емештәрҙең, бүлбелеләрҙең һәм тамыраҙыҡтарҙың һыуыҡҡа сыҙамлылығын, оҙаҡ һаҡланыусанлығын арттырыу, продукцияла ауырыуҙарҙың үҫешен, нитрат миҡдарын кәметеү өсөн крезацин; үҫемлектәрҙең үҫеүен, тышҡы мөхиттең насар шарттарына яраҡлашыуын көсәйтеү, продукцияла нитрат миҡдарын кәметеү, игендең елемсә күләмен һәм дөйөм уңдырышлылығын күтәреү өсөн натрий гуматы киң ҡулланыла. Ү.ү.к. өйрәнеү һәм етештереү, уларҙың препарат формаларын эшләү 20 б. 60‑сы йй. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында (Г.Г.Базунова, М.С.Кирәева һ.б.) һәм уның Тәжрибә заводында, Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов, Ш.Й.Ғиләжетдинов һ.б.), «“БашИнком” фәнни‑ғәмәлгә индереү предприятиеһы» ЯСЙ‑нда (Ф.Ф.Исхаҡов, В.И.Кузнецов, А.Х. Үҙәнбаев һ.б.) һ.б. алып барыла. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында гербицидтар, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм үҫешен көйләгән препараттар (крезацин һ.б.) етештереү технологиялары уйлап табыла, Биохимия һәм генетика ин‑тында — үҫеүҙе көйләгән стифун, “БашИнком” пр‑тиеһында гуми препараты һ.б. сығарыла. 50‑се йй. — 2004 й. “Уфахимпром” пр‑тиеһы Ү.ү.к. етештерә. Шулай уҡ ҡара: Биологик актив матдәләр.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019