Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИПЫЛДАУЫҠ

Просмотров: 789

СИПЫЛДАУЫҠ (Glareola nordmanni), сәпсәү һымаҡтар отрядының сипылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса бүлкәтендә (Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйынан алып Алтайға тиклем), Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 23—26 см, ҡанат ҡоласы 60—68 см. Арҡаһы зәйтүн төҫмөрө булған һорғолт‑көрән төҫтә. Тамағында һәм муйынында (ал яҡтан) тар ҡара буй менән уратып алынған тоноҡ ерән тап бар. Күкрәге күкһел‑һорғолт, ян‑яҡтарҙан тоноҡ һары төҫтә. Ҡорһағы һәм ҡойроғоноң өҫкө ҡаплаусы ҡауырһындары аҡ, ҡултыҡ аҫтыныҡылар ҡара төҫтә. Суҡышы ҡыҫҡа, ауыҙы киң. Ҡанаттары оҙон, осло. Ҡойроғо сәнске формаһында. Аяҡтары ҡыҫҡа, дүрт бармаҡлы. Енси диморфизм хас: ата ҡоштарҙың ҡанаттары һәм ситке ҡойроҡ ҡауырһындары оҙонораҡ. Моногам. Ҙур булмаған колониялар менән оя ҡора (бер нисә ҡоштан алып йөҙләгәнгә тиклем), ҡайһы берҙә яҡын ҡәрҙәштәре менән берлектә (оҙонаяҡ сәпсәүҙәр, беҙсуҡыштар һ.б.). Ояһы — ҡоро үҫемлектәрҙән торған йоҡа япмалы ерҙәге соҡор. Ояла ҡара‑көрән таптары булған ҡыҙғылт һары йәки зәйтүн төҫөндәге 3—5 йомортҡа бар. Башлыса инә һәм ата ҡош 18 көн дауамында төндә баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр менән туҡлана. Әрем ҡыуаҡлыҡтарында, ҡыяҡлылар сәсеүлектәрендә, ҡалдауҙарҙа, яр буйы болондарында йәшәй. Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023
Связанные статьи: