Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1137

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР (Charadriiformes), ҡоштар отряды. 11 ғаиләһе, 300‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда беҙсуҡыштар, сарлаҡтар, сипылдаҡтар, сәпсәүҙәр, төн сәпсәүҙәре, һаралйындар ғаиләһенә ҡараған 50 төрө осрай. Ваҡ (ваҡ тәтелдәүек, кәүҙә оҙонлоғо 15 см, ауырлығы 30—50 г) һәм уртаса (ҙур ҡарабаш сарлаҡ, ярашлы рәүештә 61 см тиклем һәм 950—2000 г) ҙурлыҡтағы күсәр ҡоштар, инә ҡоштар эрерәк була. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ; төҫө төрлө: башында, арҡаһында һәм ҡанаттарында ҡара таптары булған аҡ төҫтә (беҙсуҡыш), ҡаралы‑аҡлы (оҙонаяҡ сәпсәү), буй ҡара сыбарлыҡтары, ҡанаттарында аҡ һыҙаттар һәм таптар булған көрәнһыу (төн сәпсәүе), охра һәм һоро төҫмөрҙәре булған ҡом төҫөндә (ялан тәгәрләге), йәшкелт ялтырауығы һәм бәләкәй аҡ сыбарлыҡтары булған ҡараһыу буҙ (ҡара сәпсәү), аҡ, күкрәгендә һәм ян‑яҡтарында ҡарараҡ сыбарлыҡтары булған көрәнһыу һоро (божор сәпсәү), ҡара һүрәтле зәйтүн‑һоро (йөк сәпсәүе). Башы һәм муйыны бәләкәй. Суҡышы тура, һирәгерәк аҫҡа йәки өҫкә табан бөгөлгән, оҙон йәки уртаса оҙонлоҡта. Ҡанаттары тар, осло. Күпселек С.һ. ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары дүрт йәки өс бармаҡлы, оҙон, көслө. Моногам. Парлап, ҡайһы берҙә колониялар менән ерҙә, ҡаяларҙа, өңдәрҙә йәки таш аҫтарында оя ҡора. Зәйтүн төҫөндәге, асыҡ көрән, ҡыҙғылт һары, һарғылт йәки йәшкелт (төрткөлө йәки таплы) төҫтәге 1—4 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 20—30 көн баҫа. Умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектәрҙең емештәре һәм орлоҡтары, ҡайһы берҙәре балыҡ, емтек, ташландыҡтар менән туҡлана. Болондарҙа, һай урындарҙа, яландарҙа, урмандарҙа йәшәй. Республиканың бөтә территорияһында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. Ғәҙәти һаралйын, ҡурпысыҡ, ваҡ һаралйын — һунар объекттары. Ваҡ сарлаҡ, ялан тәгәрлеге, көйөлдө, ҡом һайыҫҡаны, ҡарабаш шарҡылдаҡ сарлаҡ, беҙсуҡыш БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2023