Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕМТӘ

Просмотров: 1955

ЭЛЕМТӘ, төрлө техник саралар ярҙамында мәғлүмәт тапшырыу һәм ҡабул итеү; иҡтисад тармағы. Почта элемтәһе һәм электр элемтәһе айырыла.

Башҡортостанда даими почта элемтәһе 1735 й. алып эшләй. 1863 й. Петербург—Ырымбур телеграф элемтәһе линияһында аралыҡ пункты булған Өфө телеграфы асыла. Һамар­Златоуст т. юлы төҙөлгәндән һуң т. юл станцияларында телеграф пункттары асыла. 1894 й. Өфө телефон станцияһы файҙаланыуға тапшырыла (ҡара: Телефон элемтәһе). 1927 й. алып Өфө радиостанцияһы (ҡара: Радиоэлемтә), 1930 й. — Башҡ‑н элемтә идаралығы эшләй; 30‑сы йй. ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы радиолаштырыу үткәрелә. 1934 й. 2 мең номеры булған Өфө АТС‑ы (СССР‑ҙа тәүгеләрҙең береһе), 1936 й. Өфө—Куйбышев—Мәскәү телефон линияһы төҙөлә, Элемтә йортон (ҡара: Өфө почтамты) төҙөү тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә СССР Элемтә ХК урынлаша, Коминтерн ис. радиостанция (Европала иң ҡеүәтле) эшләй, “Ҡыҙыл таң” Ленинград з‑дының Өфөгә эвакуацияланған цехтары базаһында 628‑се (ҡара: “БЭТО”) һәм 697‑се (ҡара: “Прогресс”) з‑дтар ойошторола. 1948 й. респ. бөтә райондары һәм ҡалалары м‑н телефон Э., Мәскәү һәм СССР‑ҙың 22 ҙур ҡалаһы м‑н тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон Э. урынлаштырыла (ҡара: Өфө ҡала‑ара телефон станцияһы). 1959 й. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. Башҡ‑н телевидениеһы программалары (ҡара: Радиотелевизион тапшырыу үҙәге), 1967 й. — Бөтә Союз телевидениеһының 2‑се программаһы даими тапшырыла башлай. 60‑сы йй. радиорелелы элемтә үҫеш ала. 80‑се йй. Өфө коммутация аппаратураһы з‑дында электрон коммутатор сығарыу үҙләштерелә, Өфөлә тәүге электрон автоматик телефон станцияһы ҡорола, КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты нәшриәтендә (ҡара: “Башҡортостан”) үҙәк гәзиттәрҙең материалдарын ҡабул итеү өсөн фототелеграф ҡулланыла башлай, РСФСР‑ҙа тәүге тапҡыр сүсле‑оптик элемтә линияһы төҙөлә. 90‑сы йй. цифрлы АТС, пейджинг элемтәһе, кәрәҙле элемтә, транкинг радиоэлемтә, кабель телевидениеһы селтәрҙәре һәм Интернет (ҡара: Мәғлүмәт селтәрҙәре) файҙаланыуға тапшырыла. 1992 й. банкы‑ара электрон хисаплашыу­ҙың Рәсәйҙә тәүге төбәк системаһы индерелә. 21 б. башынан спутник телевидениеһы, IР‑телефония, IР‑телевидение, видеоконференциялар үткәреү элемтәһе, телемедицина, Интернетҡа тиҙлек м‑н инеү, сымһыҙ элемтә технологияларын ҡулланған түләү терминалдары һәм банкоматтар системаһы үҫешә. Почта элемтәһе хеҙмәтен БР Федераль почта элемтәһе идаралығы, электр элемтәһе хеҙмәтен — “Башинформсвязь” һәм “Ростелеком” (алыҫ элемтә хеҙмәте) ААЙ‑лары, кабель телевидениеһы хеҙмәтен — “Кристалл”, “Уфанет” һ.б., мәғлүмәттәрҙе тапшырыу хеҙмәтен — “Голден Телеком”, “Экс­пресс” һ.б., кәрәҙле Э. хеҙмәтен “Башҡортостандың кәрәҙле элемтәһе” ААЙ һәм кәрәҙле Э. федераль операторҙарының төбәк бүлексәләре (“Мобильные ТелеСистемы”, “МегаФон”, “Билайн”) күрһәтә. Э. ҡорамалдарын һәм сараларын — “БЭТО”, “Магнетрон”, “Прогресс”, “Промсвязь” пр‑тиелары, “Солитон” ҒТИ һ.б.; элемтә кабелдәрен “Уфимкабель” ААЙ сығара. Телевидение һәм радио тапшырыу ретрансляторын төҙөү м‑н “Башинформсвязь” һәм “Башҡортостандың спутник телекоммуникациялары” ААЙ‑лары шөғөлләнә. Респуб­ликала ауылдарҙа телефон Э. үҫтереү программаһы эшләй. Белгестәр БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, радиоэлектроника колледжында әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Спутник элемтәһе, Телефон элемтәһе.

Әҙәб.: Год рождения 1941… Уфа, 2001.

Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019