Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛТАЛ

Просмотров: 719

ҠЫҘЫЛТАЛ, свидина (Swida), мүшмел һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған (башлыса Көнсығыш Азияла һәм Төньяҡ Америкала). Башҡортостанда аҡ Ҡ. үҫә. Нескә һығылмалы ҡыҙғылт йәки һарғылт ботаҡлы, япраҡ ҡойоусы, бер өйлө, күләгәгә сыҙамлы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, һаплы, киң йомортҡанан алып эллипс формаһына тиклем, осонда осло йәки ослая барған, йомро йәки шына һымаҡ нигеҙле, өҫ яҡтан йыйырсыҡлы, ҡарағусҡыл йәшел, һирәк төктәре бар, аҫ яҡтан күгелйем, төктәре ҡуйыраҡ. Сәскәһе ваҡ, аҡ төҫтә, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — тумалаҡ зәңгәрһыу йәки аҡ төҫтәге төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙың ваҡ ағаслыҡтарында үҫә, БР‑ҙың башлыса төньяҡ-көнсығыш райондарында таралған. Баллы үҫемлек. Декоратив үҫемлек, мышы һәм селдәр өсөн аҙыҡ. Текә битләүҙәрҙең, йылғаларҙың һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарының тупраҡ нығытыусыһы. Ҡ. декоратив формалары йәшелләндереүҙә ҡулланыла.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023