Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРМЬ КРАЙЫ

Просмотров: 2152

ПЕРМЬ КРАЙЫ, РФ субъекты. Коми Респ., Башҡортостан, Удмуртия, Киров өлк., Свердловск өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Пермь ҡалаһы. 1938 й. Свердловск өлк. составынан Пермь өлк. булараҡ бүлеп сығарып ойошторола (1940—57 йй. Молотов өлк.), 2005 й. 1 дек. алып Коми‑Пермяк авт. округы м‑н берләшкәндән һуң, хәҙ. статусын ала. Составында 42 район, 25 ҡала һәм 30 ҡала тибындағы ҡасаба. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 160,2 мең км2. Халҡы — 2,6 млн кеше, ш. иҫ. 32,7 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 16,4 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 3,1 мең кеше. Халҡының 75%‑ы ҡалала йәшәй; ҙур ҡалалары — Пермь, Березники, Соликамск, Чайковский. Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 1,88 млн кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 12 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 87,1, татарҙар — 4,6, коми‑пермяк‑ тар — 3,2, һ.б. Пермь крайы башҡорттары Пермь башҡорттарына ҡарай, улар Барҙы, Ҡуян, Ғәйнә, Ҡолтай һ.б. торама пункттарҙа тупланып йәшәй. Пермь губернаһы ойошторолғанға тиклем П.к. терр‑яһының бер өлөшө Пермь наместниклығына ҡараған, уға Беүә, Тулва, Сылва (Кама й. ҡушылдыҡтары), Тере Танып йй. буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре ингән. Граждандар һуғышы йылдарында Ырымбур, Златоуст ҡҡ. өсөн һуғыштарҙа Пермь отрядтары ҡатнашҡан. 60‑сы йй. “Башнефтегеофизика” белгестәре тарафынан Пермь өлк. терр‑яһында скважиналарҙы геофизик тикшереү үткәрелгән. БР һәм Пермь өлк. араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (1995), БР Министрҙар Кабинеты һәм Пермь өлк. Хакимиәте араһында — сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек (1999), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм П.к. Закондар сығарыу йыйылышы араһында закондар әҙерләү өлкәһендә эшмәкәрлек т‑да (2007) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР һәм П.к. РФ субъекттарының “Оло Урал” төбәк‑ара иҡт. хеҙмәттәшлек ассоциацияһына инә. Пермь өлк. делегаттары 1‑се һәм 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (конгресы) ҡатнаша. Башҡ. әҙәбиәте һәм сәнәғәте көндәре (1990), Башҡ. мәҙәниәте көндәре (1994), Барҙы р‑нында Башҡортостан көндәре (1996) үткәрелә; йыл һайын өлкә кимәлендә башҡ. мәҙәниәте байрамдары, край һабантуйы (2004 й. алып), “Шәжәрә байрамы”, йыйын (2007 й. алып) уҙғарылып тора. Пермь башҡорттарының төбәк ҡоролтайы (Чернушка ҡ., 2006 й. башлап) һәм уның Пермь (2006 й. башлап), Көңгөр, Уҫы, Чайковский, Чернушка ҡҡ., Көйәҙе, Октябрьский ҡасабаларында, Оло Ҡолтай а. (бөтәһе лә — 2000 й. башлап) район бүлексәләре, П.к. татарҙары һәм башҡорттарының төбәк милли‑мәҙәни автономияһы (Пермь, 2002 й. алып), Уй р‑ны татарҙары һәм башҡорттарының йәмәғәт үҙәге (Уй ҡ., 2006 й. башлап), Барҙы р‑нының “Ғәйнә иле” мәҙәни‑милли үҙәге (Барҙы а., 2006 й. алып), “Оран” башҡ. мәҙәниәте һәм теле үҙәге (Чернушка р‑ны, 2007 й. алып) эшләй. Пермдә — Башҡорт драма театры (1932), Урыҫ драма театры (1961, 1989), Башҡорт филармонияһы (1962—64, 1969, 1970), Сибай башҡорт драма театры (1969), Милли Йәштәр театры (2005); БАССР‑ҙың Яңауыл р‑нында Барҙы театры (1975) гастролдәре үтә. “Пермь башҡорттары” (Чернушка, 2008 й. алып) гәз. сыға. Барҙы р‑ны мәктәптәрендә башҡ. халҡының тарихы, башҡ. теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. П.к. мәктәптәрен тамамлаусылар БР колледждарында һәм юғары уҡыу йорттарында уҡый. БР Фәндәр академияһы һәм Пермь техник ун‑ты, Рәсәй а.х. фәндәре акад. Башҡ‑н фәнни үҙәге һәм Д.Н.Прянишников ис. Пермь а.х. акад. ғалимдары тарафынан берлектә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Барҙы р‑нында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының комплекслы фәнни экспедицияһы эшләгән (1999). 2008 й. “Пермь татарҙары һәм башҡорттары: этник‑мәҙәни мираҫ һәм хәҙерге осор” (“Пермские татары и башкиры: этно‑культурное наследие и современность”) фәнни‑ғәмәли конф. уҙғарыла (Барҙы). Пермь р‑нының Ҡуян урта мәктәбе бинаһына Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Башҡортостан м‑н П.к. тыуған В.А.Балков, М.Л. Кондратьев, Н.И.Мельников, П.Н. Мостовенко, Д.П.Никольский, Ә.Н.Фәхретдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022