Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨҘҺӨТ

Просмотров: 957

ҺӨҘҺӨТ (Upupa epops), күк ҡарға һымаҡтар отрядының һөҙһөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 28—32 см, ауырлығы 45— 85 г, ҡанат йәйеме 42—49 см. Ҡанаттарында һәм арҡаһында киң арҡыры ҡара‑аҡ һыҙыҡтар була, башы, муйыны, түше һәм ҡорһағы асыҡ ерән, ҡойроғо аҡ тартмайыллы ҡара төҫтә. Башында ҡара осло ҡыҙғылт һары‑ерән ҡауырһындарҙан яҡшы үҫешкән елпеүескә оҡшаш өлпө бар. Суҡышы оҙон, нәҙек, бер аҙ аҫҡа табан бөгөлгән. Ҡанаттары киң; аяҡтары ҡыҫҡа, 2‑се һәм 3‑сө бармаҡтары бер‑береһенә йәбешеп үҫкән. Енси диморфизм хас: инә ҡош аҙ ғына бәләкәйерәк, тамағы аҡһылыраҡ, түше көрән. Моногам. Ағас ҡыуыштарында, ҡаралты бушлыҡтарында, ҡая ярыҡтарында, таш өйөмдәрендә парлап оя ҡора. Ояһына йөн, ҡауырһын, үлән түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла һорғолт йәки зәңгәрһыу ҡуныҡлы тоноҡ аҡ төҫтәге 5—8 йомортҡа була. Инә ҡош 16—19 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр, ваҡ моллюскылар, ҡырғаяҡтар, ҡырҡаяҡтар, үрмәкселәр, ҡайһы берҙә ваҡ кеҫәрткеләр, тәлмәрйен балалары менән туҡлана. Баҫыуҙарҙа, далаларҙа, көтөүлектәрҙә һәм торама пункттарҙа осрай. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш райондарында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: